Кескәй дуҫтарыбыҙға, уларҙың ата-әсәләренә, уҡытыусы-тәрбиәселәренә, дуҫ- иштәренә ҡыуаныслы хәбәр еткергебеҙ килә!!!
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә, ниһайәт, Линиза Шакированың “Йылбабай әкиәттәре” исемле өр-яңы китабы баҫылды һәм һатыуға сыҡты!!! Линиза Шакирова был китабына “Белербай менән Шыуыр”, “Бәпембә”, “Гөлдәр илендә”, “Йылбабай”, “Ураҡҡойроҡ”, “Йәмилә”, “Илгиҙәр һәм уның дуҫтары”тип аталған әкиәттәрен, бик күп шиғырҙарын һәм яңы йыл байрамына сценарийҙарын индергән. Әйткәндәй, мәктәпкәсә һәм кесе йәштәге мәктәп балалары өсөн тәғәйенләнгән китапта авторҙың ҡыш тураһында шиғырҙары байтаҡ урын алған. Йылдың төрлө миҙгелдәренә арнап яҙылған “Ҡар бөртөктәр”, “Ҡар бабай”, “Ҡыш бабай”, “Ергә һөйрәтеп толобон…”, “Ап-аҡ мендәр-болоттан…”, “Боҙло санаһын һөйрәп…”, “Рамай менән ҡарға”, “Ҡоштар һыйлайым” кеүек һәм башҡа  шиғырҙары ла бик мауыҡтырғыс итеп яҙылған, хәтерҙә лә тиҙ генә ҡалырлыҡ. Яңы йыл байрамына “Яңы йыл мажаралары” һәм “Тылсымлы кис” тип аталған сценарийҙары, бигерәк тә, бәләкәс дуҫтарыбыҙҙың уҡытыусы-тәрбиәсе апайҙарын шатландырыр тип ышанабыҙ.
Китапты нәшриәттең фирма магазинынан да (Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 2), сайтынан (http://www.kitap-ufa.ru/) заказға биреп тә һатып алырға мөмкин. Хаҡы ни бары 80 һум. Белешмә өсөн телефондар: (347) 246-09-55.

Новинка
да
Автор
Линиза Шакирова

Яндекс.Метрика