“Быйыл Юлай балалар баҡсаһының әҙерлек төркөмөнә йөрөй. Ә уның иптәштәре Нурия менән Ильяс мәктәптә уҡыйҙар инде. Шуға күрә лә, урамға сыҡҡас, уларҙың бар һөйләгәне – мәктәп тә уҡытыусы, дәрес тә өйгә бирелгән эш: һәләк етдиләнеп киттеләр”

Яҙыусы-шағирә Мөкәрәмә Садиҡованың әлеге китабын уҡыһағыҙ, Рәшит, Һәҙиә, Юлай, Әлфиә, Булат, Рөстәм, Шамил, Вәсим, Гөлсәсәк исемле бәләкәй малай һәм ҡыҙҙар менән танышырһығыҙ, улар менән бергә ғәжәп мажаралы, мөғжизәле, ҡыҙыҡлы, серле бала-саҡ илендә булырһығыҙ. Бәләкәстәрҙең балалар баҡсаһындағы, мәктәптәге тормоштарын яҡындан белерһегеҙ, уй-кисерештәрен аңларһығыҙ, улар тураһында күп мәғлүмәт алырһығыҙ.

АВТОР: Мөкәрәмә Садиҡова. Яҙыусы, драматург, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Шиғырҙарына Н.Ә. Дауытов, К.Й. Рәхимов, Н.Ғ. Сабитов, Т.М. Шәрипов, Х.Ф. Әхмәтов тарафынан йырҙар яҙылған.

Новинка
да
Автор
Мукарама Садыкова

Яндекс.Метрика