картинка Путешествие в страну сказки (на башк. языке)
Тип издания
     Ҡояш нурҙарын үҙенә йыйғандай балҡып торған “Әкиәт иленә сәйәхәт” тигән был матур китап үҙ эсенә утыҙ башҡорт халыҡ әкиәтен алған. Йыйынтыҡтың төҙөүсеһе – Римма Зәйтүнова. Әкиәттәр һығылмалы, бай, халыҡсан һутлы тел менән бәйән ителә. Әкиәттәргә – халыҡ аҡылы, тәрән фәлсәфә, аҙ һүҙ менән күп нәмәне аңлата алыу хас. Тормоштағы кире күренештәр, яуыз уйлы, мәкерле әкиәт геройҙары, яҡты күңелле, изге, саф уйлы-ҡылыҡлы яҡшы геройҙар тарафынан еңелә, ғәҙеллек тантана итә, хәҡиҡәт өҫтөнлөк ала. Әкиәттәрҙең үҫеп килеүсе йәш быуынға тәрбиәүи әһәмиәте иҫ киткес йоғонтоло.

      Телдән телгә һөйләнеп, быуындан быуынға күсеп, шымарып, аҫылташтай балҡыған, йөкмәткеһенә бай мәғәнә һалынған башҡорт халыҡ әкиәттәре йыйынтығы үҙ уҡыусыларын көтә.

Новинка
да
Автор
Составитель Р.М.Зайтунова