Зөлфиә СӘЛИХОВАНЫҢ «Атай абруйы» китабына хикәйәләре, новеллалары, хәтирәләре ингән. Хикәйәләрендә авторҙы ата менән ул, әсә менән ҡыҙ, кейәү менән кәләш араһындағы мөнәсәбәттәр ҡыҙыҡһындыра, заман башҡа заң башҡа тигәндәй, хәҙерге көн проблемалары, йәштәрҙең, йәғни кейәү менән кәләштең үҙ-ара ғаилә ҡороуы, ғаилә ҡорғас йәшәп китеүҙәре уйландыра, хәтирәләрендә иһә атаһы, Бибикамал өләсәһе, Бөйө Ватан һуғышының башынан алып аҙағынаса ҡатнашҡан яугир-фронтовик Ғизитдин олатаһы тураһында һоҡланып яҙа, новеллаларында күберәк мөхәббәт, йәшәйеш, яҡшылыҡ менән яманлыҡ, изгелек менән яуызлыҡ кеүек мәңгелек темалар тупланған. Йәш яҙыусы һәр әҫәренең үҙәгенә тиерлек «атай» образын индерә, уға мәҙхиә йырлай, шуға күрә китабының исемен дә «Атай абруйы» тип атай.
Әбделмәмбәт урта мәктәбен, Башҡорт дәүләт университетының филология һәм журналистика факультетын тамамлағас, Зөлфиә Сәлихова 2001 йылда Бөрйән районы Яуымбай урта мәктәбендә  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлай. Бөгөнгө көндә Белорет ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Ваҡытлы матбуғат биттәрендә Зөлфиәнең публицистик мәҡәләләре, шиғыр-хикәйәләре, төрлө ғилми йыйынтыҡтарҙа башҡорт фольклорына ҡағылышлы хеҙмәттәре даими донъя күреп тора. 2013 йылда “Йәшлек” гәзите ойошторған Яңы йыл тамашаһы сценарийы бәйгеһендә Гран-при яулай. 2014 йылдан Учалы яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы. 2014 йылда Урал аръяғы райондары һәм ҡалаларының йәш ижадсылары өсөн Сибайҙа уҙғарылған республика семинар-конференцияһында, 2015, 2017 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзының проза һәм поэзия секциялары тарафынан Белорет ҡалаһында үткәрелгән күсмә ултырыштарҙа уның әҫәрҙәре  ыңғай баһа алды.

Новинка
да

Яндекс.Метрика