Айбулат Сәсәнбаевтың  шиғриәтендә кеше һәм тәбиғәт темаһы өҫтөнлөк ала. Йәш шағир тыуған яғын һағына, Башҡортостанға мәҙхиә йырлай, бала саҡ йылдарына әйләнеп ҡайта, тарих биттәренә күҙ һала, мөхәббәт диңгеҙендә  йөҙә. Шиғриәткә ҡыйыу аяҡ баҫҡан Айбулаттың ижадында юмористик пафослы әҫәрҙәр  ҙә күҙгә бәрелә. «Ай, бул, ат!» исемле шиғырында ул йәнләндереү алымын оҫта ҡуллана:
–  Ай, бул ат! – тим.
Ат бул, ай!
Ергә сабып төш тә
Ултырт мине һыбай!
Һаман күккә ҡарайым,
Өндәшмәне нисә ҡат?!
Бул ат, ай, тим, ай, бул ат!
Ҡараны ла ай, үсекте.
Ҡараны , тел күрһәтте.
Һин үҙең, ти,
Айбулат!
Сәпсим үҙәккә үттең.
Икешәр, дүртешәр юлдан торған бәләкәй күләмле  шиғырҙары аша тотош йөкмәткене асып биреүгә өлгәшә автор, уларҙа  парса жанрының сатҡылары күренеп ҡала:
«Тормош баллы ғына булмай бит тип,
Донъя аръяғына эшкә китте» («Ҡояш»).
Тормош, донъя, тирә-яҡ мөхит хаҡында уйланыуҙарға ҡоролған йыйынтыҡ китап уҡыусының күңеленә хуш килер, тип ышанабыҙ.

Новинка
да

Яндекс.Метрика