Таңсулпан РӘСҮЛДЕҢ «Атай, һине күрҙем…» йыйынтығына ингән шиғырҙары дүрт өлөшкә, йәғни дүрт циклға бүлеп бирелә: «Минең тормош бынан башлана», «Һинең хаҡта булыр был төндәр», «Мин – шаңдауы йөҙәр быуаттың», «Ҡаҙағстан циклынан». Таңсулпандың йыйынтыҡтағы һәр бер шиғыры, һәр бер юлы, һәр бер әйткән фекере үҙенсәлекле, тәрән йөкмәткеле. Авторҙы кешелек, йәмғиәт, миллилек, тарих, донъя, йәшәйеш кеүек мәңгелек темалар борсой. Был китапты ул үҙе бер тапҡыр ҙа күрмәгән атаһы рухына арнап яҙа.
Таңсулпан Бөрйән районы Яңы Собханғол ун бер йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында агроном, лаборант-микробиолог һөнәрен үҙләштерә. 2013 йылдан Көнъяҡ Ҡаҙағстандың Төркөстан ҡалаһындағы Ә.Х. Йәсәүи исемендәге Халыҡ-ара ҡаҙаҡ-төрөк университетының сит телдәр кафедраһы, инглиз-ҡытай филологияһы студенты була. 2016 йылдан “Башҡортостан” гәзите корреспонденты.

Новинка
да

Яндекс.Метрика