Дилә МӨХӘРРӘМОВА (Хәйретдинова) татар телендә сыҡҡан «Без үскәндә биш кыз идек…» китабында «Тешләнгән алма» һәм  «Без үскәндә биш кыз идек… »  исемле пьесаларын тәҡдим итә. «Тешләнгән алма» әҫәре Ғ. Камал исемендәге татар дәүләт академия театры ойошторған «Яңы татар пьесаһы» конкурсында 2004 йылда лауреат исемен алһа, 2014 йылда Яңауыл район мәҙәниәт йортоноң «Хаят» халыҡ театры «Без үскәндә биш кыз идек… »  пьесаһын сәхнәләштереп, Ҡазанда үткән «Иҙел-йорт» халыҡ театрҙары фестиваль-конкурсында дипломант була. Дилә Мөхәррәмова – киносценарийҙар, хикәйәләр авторы ла.
«Без үскәндә биш кыз идек… »  пьесаһында ата-әсә һәм ул-ҡыҙ проблемаһы яҡтыртыла.  Хәл-ваҡиғалар  Сәлимә әбейҙең ғаиләһенда бара. Ул биш ҡыҙ, бер ул  тәрбәиләп үҫтергән оло йәштәге тәрән хисле, изге күңелле, сабыр,  түҙемле, оло йөрәкле ҡатын-ҡыҙ,  әҫәрҙең төп героиняһы. Йәшлек ғүмерен  көнсөл, иҫерек, мәңге айный белмәгән ире Шәйәхмәт менән уҙғара. Балаларының  ыңғай бармаған тормошонда үҙен ғәйепле тоя, уларға йөрәк йылыһын бирергә тырыша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡты донъянан улын һәм ике ҡыҙын юғалта. Уларҙың ғүмерҙәренең өҙөлөп ҡалыуында ла үҙен ғәйепләй, шуға күрә лә тормошта урынын таба алмай, күңеле әрней.  Нисек кенә булмаһын, балаларына ул тыуған өйҙөң нигеҙен, тыуған йорттоң тупһаһын  бер ҡасан да һыуытмаҫҡа,  уны дауам итергә кәрәк тигән васыятын тапшыра.
Тормошҡа ҡараш, геройҙарҙың холоҡ-фиғелдәре, төҙәлмәҫлек күңел яралары, киләсәккә уй-хыял, яҡты өмөт һәм йәшәйеш – бына әҫәрҙең төп идея-тематикаһы, авторҙың уҡыусыға әйтергә теләгән фекере. Дилә Мөхәррәмова шулай уҡ кешенең күңел кисереше, донъяға булған ҡарашы  һәр ваҡыт ата-әсә ҡорған нигеҙ менән бәйле, был нигеҙҙе ташламаҫҡа, тыуған тупрағыңды ҡоротмаҫҡа тип тә әйтергә уйлай.

Новинка
да

Яндекс.Метрика