Йыйынтыҡҡа Александр Хватковтың дуҫлыҡ, мөхәббәт, тыуған ил, замана  тураһындағы шиғырҙары ингән. Уларҙа яҡшылыҡ, өмөт, дөрөҫлөк, йәшәү мәғәнәһе, кешелеклек, кеселеклек кеүек  дөйөм характерҙағы  мәсьәләләр алғы планға сығарыла. Авторҙың лирик геройы әҙәбиәтте, сәнғәтте, ғөмүмән, һүҙ сәнғәтен  һөйөүсе  ябай ауыл малайы.  Ул ваҡыт һанауы менән рухи яҡтан үҫә, физик яҡтан нығый һәм тормошҡа үҙ ҡарашы булған шәхес булып форомалаша.  Йәш ҡәләм оҫтаһының  «Душой моей не ищется покой» (2008),  «Бродячий пес» (2010), «Мне везет на хороших людей» (2017) исемле шиғри йыйынтыҡтары баҫылған. 2010 йылда ул Башҡортостандың йәштәр йәмәғәт берләшмәләренең  90 йыллығына арналған  әҙәби конкурсының «Поэтик һүҙ» номинацияһында тәүге урынды яулай. Шулай уҡ Төбәк-ара «Илһам шишмәләре – 2017» (Бәләбәй,)  шиғриәт фестивалендә Гран-приға лайыҡ була, «ЛиФФт – 2017»  (Мәскәү)   Бөтә Рәсәй әҙәби фестиваленең көмөш миҙалы менән бүләкләнә.

Новинка
да

Яндекс.Метрика