Рәсимә Сәлихованың «Күңел ҡапҡалары» йыйынтығында   тормош, йәшәйеш, замана проблемалары тупланған. Лирик герой йыш ҡына  күңел кисерештәре аша  ғәҙелһеҙлек, ике йөҙлөлөк, яҡшылыҡ, яуызлыҡ  хаҡында һүҙ йөрөтә («Арығанда»,  «Ваҡытлыса», «Яра», «Ялған байрам» ), шулай уҡ дуҫ, дошман кеүек төшөнсәләрҙе лә урап үтмәй:
Ауыр саҡта кешеләрҙең
Ысын йөҙө күренә -
Дуҫыңдың да битлек кейеп
Йөрөгәне һиҙелә.
Абынғанда ҡулын бирер
Асыҡ йөҙлө изгеләр.
Ниңә икән Һәр саҡ беҙҙең
Яныбыҙҙа түгелдәр? («Ниңә икән?..»).
Сарсап  һыуғанда шишмә һыуына, тәгәрәп барғанда рухи аҙыҡҡа тиңләргә мөмкин булыр ине Рәсимәнең ижадын. Уй-кисерештәренең тәрәнлеге менән уҡыу¬сыны үҙенә йәлеп итә өмөтлө йәш шағирә.

Новинка
да

Яндекс.Метрика