Татар телендә сыҡҡан «Бер мизгел нибары» китабында Нурлан ҒӘНИЕВ төрлө темаларға яҙылған шиғырҙарын тәҡдим итә. Уның шиғырҙарында хис-тойғоло лирика ла, тыуған яғына, тыуған йортона тоғролоҡ төшөнсәһе лә ярылып ята. Авторҙың тормош, кеше күңеле, дуҫлыҡ, йәшәйеш, тәбиғәт, ваҡыт тураһындағы әҫәрҙәрендә тәрән фәлсәфә һалынған, ул үҙ уҡыусыһын татлы ла, ғазаплы ла уйланыуҙар донъяһына алып инә.
Тыуған ауылында (Благовар районы Яңы Һынташ ауылы) башланғыс белем алғандан һуң, күрше Күсәрбай ауылы мәктәбендә туғыҙынсы синыфты тамамлай һәм уҡыуын Бәләбәй педагогия колледжында дауам итә. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының фәлсәфә һәм социология факультетында, аҙаҡ аспирантурала уҡып, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Нурлан Ғәниев әҙәби ижад һәм журналистика менән мәктәп йылдарынан уҡ шөғөлләнә башлай. «Өмөт» гәзитенең «Сатҡылар» ҡушымтаһына яҙышып, йәш хәбәрсе булып таныла. Бер шәлкем шиғырҙары «Аҡсарлаҡ - 2007» альманахында баҫылып сыға.
Бәләбәй педагогия колледжының Фәтих Кәрим исемендәге премияһына, «Илһам шишмәләре - 2006» төбәк – ара поэзия фестивалендә лауреат исеменә лайыҡ була. 2014 йылда йәш яҙыусыларҙың Ҡазанда уҙған «Иҙелем аҡсарлағы» кокурсында Гран-при яулай.
Уның шиғырҙарына яҙылған йырҙар А. Ғәлимов, С. Фәтхетдинов, Г. Уразова, Г. Әхмәтова, Р. Зарипов, И. Ғәзизов кеүек танылған йырсылар башҡарыуында ҙур сәхнәләрҙә яңғырай.

Новинка
да

Яндекс.Метрика