Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ноғман Мусиндың «Һайланма әҫәрҙәре»нең XII томына  «Аҡ юл һиңә, уҡытыусым» повесы, «Алатауға артылған һуҡмаҡ» эссеһы, иҫтәлектәре һәм очерктары тупланды.

      «Аҡ юл һиңә, уҡытыусым» повесы бер тынала уҡыла. Әҫәрҙә ваҡиғалар үткән быуаттың 60-70-се йылдар осоронда бара. Уҡытыусы менән уҡыусылар араһындағы шул тиклем матур, ыңғай, йылы мөнәсәбәттәр һүрәтләнә. Уҡытыусының уҡыусылар, ауыл халҡы, ата-әсәләр алдындағы юғары абруйы, йәмғиәттәге тотҡан урыны сағылыш таба. Әминә апа, Маһира Рәхимовна кеүек уҡытыусылар образы үҙе генә ни тора әҫәрҙә. Уҡытыусының уҡыусыға, үҙ эшенә булған етди ҡарашы повеста тәбиғәт күренештәренән ситләп үтмәй. Автор уҡыусының кеше, шәхес булып формалашыуында һәр саҡ тәбиғәтте үҙәк урынға ҡуя. Мәктәп балалары – Әнүәрҙең, Рәистең, Ғарифтың, Саиманың, Фәғиләнең һәм башҡаларҙың образы, уларҙың холоҡ-фиғеле аша тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя әҙип.
      Йыйынтыҡтың икенсе бүлеген Ноғман Мусин ҡәләмдәштәренә, замандаштарына, рухташтарына арнай. «Юлдаштар – моңдаштар» тип атала ул. «Егерменсе быуат үтте тиҙәр. Эйе, уның осланыуына бер тиҫтә йыл булып киткән. Ә миңә үҙемде тыуҙырған, үҫтергән, әҙәм иткән дәүер һаман йәнәшемдән атлай, бирешмәҫкә, йәшәргә өндәй төҫлө» тип яҙа ул «Быуаттар алмашынғанда» исемле бер мәҡәләһендә. Мәҡәләләрендә Абдулхаҡ Игебаев, Сәйфи Ҡудаш, Тамара Ғәниева, Вафа Әхмәҙиев, Раил Байбулатов һәм башҡалар ижады хаҡында һоҡланып яҙа. «Һуңлаған һүҙ»ҙә иһә яҡташтары Вафа Әхмәҙиевтың, Рауил Ниғмәтуллиндың һәм Салауат Кәримовтың – өс яҙыусының да бер ауылдан – Ишембай районы Ғүмәр (Бүжә) ауылынан – үҫеп сығыуҙарына һөйөнә, шатлана.
     Өсөнсө – «Очерктар» бүлеге – «Изге яҡтылыҡ һибеүсе йорт» очергы менән башлана. Бында һүҙ «Китап» нәшриәтенең 90 йылы тулыу айҡанлы бара. Очерк 2009 йылдың 13 сентәбрендә яҙылған. «Башҡортостан «Китап» нәшриәте, тигән өс ауыҙ һүҙ миңә барлыҡ ижад юлымды күҙ алдыма баҫтыра» тип нәшриәттә эшләгән йылдар хәтирәләрәренә бирелә әҙип.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың ниндәй генә әҫәрен, ниндәй генә хәтирәләрен уҡыһаң да, уҡып туймайһың, уҡыған һайын ҡабаттан ҡабат уҡығы килә. Уның повесть һәм романдарына нисәмә быуын уҡыусылары һоҡланыуҙан туҡтамай.
      Тәбиғәткә дан йырлаған, уға рухи һәйкәл ҡойған, әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы, телебеҙ хазинаһы, заманабыҙ геройы Ноғман Сөләймән улы Мусинға ихлас йөрәктән ҙур хәрефтәр менән Рәхмәт әйтәбеҙ, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
      «Һайланма әҫәрҙәр»ҙең 12-се томын уҡыусыларыбыҙ иғтибарына тәҡдим итәбеҙ!
Новинка
да

Яндекс.Метрика