Академик Ғайса Хөсәйенов әйткәнсә, мәшһүр башҡорт “көләссиге” Мар. Сәлимдең төрлө илдәрҙә, төрлө телдәрҙә донъя күргән әскелле-сөскөллө, сәнскеле-төрткөлө әҫәрҙәре бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Уларҙы уҡып берәүҙәр көлә, берәүҙәр көйә, кемдер йылмая, кемдер турһая... Бына шундай һайланған-яйланған әкәмәт әҫәрҙәр теҙмәһенең беренсе китабына яҙыусы-сатирик төрлө йылдарҙа ижад иткән ҡыҙыҡ-мыҙыҡ бәйәндәр, тамашалар, кәмиттәр тупланды.
- Новинка
- да
- Автор
- Марсель Салимов