“Сәйәхәтте, ил гиҙеүҙе йәнә шуның өсөн дә һөйә Аҡмулла: уның күп шиғырҙары бына шулай юлда – тәгәрмәстәрҙең келтер-келтер көйләүе менән аттың бышҡыра - бышҡыра тигеҙ генә юртыуы аҫтында тыуҙы. Юлдар, юлдар! Шағир күңеленә күп ҡыуаныслы минуттар бүләк иттегеҙ, ижад зауҡының тыңғыһыҙ ғазабы менән сикһеҙ шатлыҡтарын татыттығыҙ. Рәхмәт һеҙгә.
    Юлдарҙың да, илдәрҙең дә ниндәйен генә күрмәне шағир: башҡорт, татар ауылдары, ҡаҙаҡ далалары, төркмән сүлдәре, урыҫ ҡәлғәләре. Бәрәкалла, үтелгән юлдар, күрелгән илдәр һәр береһе Аҡмулланың йырҙарына үҙ аһәңен, үҙ төҫ - биҙәген өҫтәне. Уларҙа, шағирҙың үҙе самалауынса, осһоҙ - ҡырыйһыҙ дала киңлеге лә, сүлдәр ҡайнарлығы ла, ҡәлғәләр ныҡлығы менән туған моңдар ғәзизлеге лә бергә ҡушылған”.
    Хөрмәтле китап уҡыусылар! Үрҙә килтерелгән өҙөктөң тулы вариантын һеҙ Мәүлит Ямалетдиндың “Еҙ ҡомған” хикәйәһенән уҡый алаһығыҙ. Ул яҙыусының күптән түгел донъя күргән “Һайланма әҫәрҙәр” нең II томына индерелде. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап”нәшриәтендә сыҡҡан был китапта әҙиптең “Ҡотолоу юлҡайҙарын тапманым”, “Бала ҡарға”, “Ҡорбан”, “Аймылыш” повестары, “Кәкүккәй”, “Ыласын”, “Кинйәһылыу” кеүек башҡа тағы ла бик күп хикәйәләре урын алды.
    Китапты нәшриәттең фирма магазинынан (Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан (http://www.kitap-ufa.ru) ала алаһығыҙ. Бәйләнеш өсөн телефон: 246-55-09. Хаҡы 170 һум.

Новинка
да
Автор
Ямалетдинов Мавлетбай

Яндекс.Метрика