Хөрмәтле әҙәбиәт һөйөүсе дуҫтарым! Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте яҡынлашып килгән Яңы йыл алдынан һеҙгә матур бүләк әҙерләне - ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим «Әҫәрҙәр»енең VIII томы. Нәшриәттең «ҡайнар» мейесенән генә сыҡҡан яңы китапта авторҙың төрлө йылдарҙа башҡорт-татар матбуғаты баҫмаларында донъя күргән һәм уның шәхси архивында ҡулъяҙма көйө һаҡланған сығыштары, телмәрҙәре, әңгәмәләре урын алды.
Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы һәм яратҡан улы, милләтебеҙҙең рухи йондоҙо, бөйөк аҡыл эйәһе Мостафа Сафа улы Кәримовтың холоҡ-ҡылығы, ғәмәле өлгөлө, өгөт-нәсихәте, фатихаһы фәһемле һәм ҡәҙерле. Аҡһаҡалыбыҙҙың алтынға бәрәбәр фекерҙәренең бәләкәй генә өҙөгөн һеҙгә лә еткерәбеҙ. Ул әҙиптең «Ап-асыҡ тор һәр ваҡытта, әй, китап» әңгәмәһенән килтерелә: Китап – мәңгелек әйбер ул. Китап тигән төшөнсә үҙе бөйөк – математикамы, химиямы, матур әҙәбиәтме, фәлсәфәме – бөтә кешелек рухының, цивилизацияның нигеҙе, асылы ул; сәләмәт тәндә – сәләмәт рух. Был ҡәҙимге хәҡиҡәт. Физкультура – тән һаулығы өсөн, ә йән һаулығы өсөн китап йәшәргә тейеш; китапһыҙ халыҡ – наҙан; тәбиғәт тә, тормош та, ижад та тигеҙләүҙе үҙһенмәй; әҙәбиәттә ориентирҙар булырға тейеш; китап – ул сер. Уны ҡулға алыу менән һөйгән йәреңә ҡағылыу менән бер. Тарихта бөтә халыҡтарҙың иң аҡыллы, иң мөҡәддәс һүҙҙәре шул китаптарға теркәлгән, улар быуаттарҙан быуаттарға, быуындарҙан быуындарға күсеп, кешеләргә аң. Ғилем, иман, матурлыҡ килтергән. Донъя күргән һәр яңы китап – яңы мөғжизә ул.
Ҡәҙерле китап уҡыусыларым, һеҙ был китаптан үҙегеҙҙе борсоған бик күп һорауҙарға ла яуап таба алаһығыҙ. Китап нәшриәттең фирма магазинында (Октябрь проспекты,2) һатыла. Шулай уҡ нәшриәттең рәсми сайтынан да заказға биреп ала алаһығыҙ (http://www.kitap-ufa.ru). Телефоныбыҙ: 8-347-246-09-55

Новинка
да

Яндекс.Метрика