картинка Мусульманский календарь  - 2020
Тип издания

    Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙе һөйөндөрөп, 2020 йылға «Башҡортса дини календарь» донъя күрҙе.     

   «Китап» нәшриәте мосолмандар өсөн  «Башҡортса дини календарь»ҙың 2020 йылға тәғәйенләнгән яңы баҫмаһын  дин ҡәрҙәштәребеҙ, милләттәштәребеҙ иғтибарына тәҡдим итә. Уны төҙөүсе-авторҙар: Сәләхетдин Хөсәйен улы Суҡбаев, Ғәлиә Ғәли ҡыҙы Ғәлимова, Фирҙәүсә Миңнулла ҡыҙы Бикташева һәм Айгөл Шакирйән ҡыҙы Абдулвәлиева. Был баҫмалағы аят, доға һәм сүрәләрҙең ғәрәпсә яҙылышы, транскрипцияһы, дини даталар Башҡортостан мосолмандарының Үҙәкләштерелгән дини ойошмаһы - назаратта рәйес, мөфтөй Нурмөхәммәт хәҙрәт Ниғмәтулла тарафынан әҙерләнгән.

   «Башҡортса дини календарь»ҙа ислам тәғлимәте, мосолман байрамдары, ай һәм ҡояшҡа бәйле астрономик мәғлүмәттәр, намаҙ уҡыу ваҡыттары бирелгән, мосолман ай иҫәбе күрһәтелгән. Китап халҡыбыҙҙы Исламдың әхлаҡи ҡиммәттәре, дин хөкөмдәре, иман нигеҙҙәре, йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр менән таныштырыу маҡсатында эшләнде.

   Китап БР Хөкүмәте ярҙамы менән баҫтырылды.

Новинка
да
Автор
Составители: Сукбаев С.Х., Бикташева Ф.М., Галимова Г.Г., Абдулвалеева А.Ш.
  40 руб.
Тип издания
шт

Яндекс.Метрика