Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә авторҙар коллективы тарафынан тупланып 2019 йылға мәктәп календары донъя күрҙе.  
Йөкмәткеһе яғынан бик бай, сағыу биҙәлешле был календарҙың сығыуына быйыл 20 йыл.  Республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә тырышып эшләүсе уҡытыусылар тиһеңме,өлгөлө ғаиләләр, талантлы мәктәп уҡыусылары, район, республика кимәлендәге төрлө сараларҙа актив ҡатнашып килгән мәктәптәр, ейән-ейәнсәрҙәренә боронғо йолаларҙы өйрәтеүсе өләсәй-олатайҙар, төрлө хеҙмәт өлкәләрендә танылыу алған шәхестәр, юбилярҙар тураһында бик күп мәғлүмәт тупланған.
Шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы, нәшриәттең 100 йыллығына бай материалдар тупланған.
Психолог кәңәштәре рубрикаһында үҙегеҙҙе борсоған ҡайһы бер һорауҙарға яуаптар тапһағыҙ, ял сәғәттәре рубрикаһында бик ҡыҙыҡлы ребустар сисерһегеҙ, ә аш-һыу рубрикаһынан ятыраҡ ризыҡтарҙың рецептары менән таныша алырһығыҙ.
Ғөмүмән, 2019 йылғы мәктәп календарын төҙөүсе команда быйыл да үҙ эшенә бик яуаплы ҡараған. Күп көс һалған. Мәктәп календары тип нарыҡланһа ла, киң ҡатлам уҡыусылары өсөн өҫтәл китабы ролен үтәй ул.
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ. Календарҙы Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте магазинынан (Октябрь проспекты, 2)  һатып алырға мөмкин. Хаҡы ни бары 70 һум.

Новинка
да

Яндекс.Метрика