Һөйөнсө, китап сыҡты! Фәнил Бүләковтың  шиғри китабы сығыуы айҡанлы шиғриәт һөйөүсе дуҫтарыбыҙҙы тап шулай тип сәләмлеге килә.
“Торналарҙы офоҡ саҡыра” поэтик йыйынтығы билдәле ғалим З.Әлибаевтың баш һүҙе менән асыла. .....
Күңел – тарпан, дала киңлегендә
Ирек эҙләп сапҡан аттарҙай.
Тояҡ тыпырлауы дарман бирә
Күңел һүнеп барған саҡтарҙа.
Уйлап ҡараһаң, һәр беребеҙгә эске аңыбыҙҙа балҡыған, булмышыбыҙҙы билдәләгән милли асылыбыҙ көс бирә бит! Фәнил Бүләков бик күп шиғырҙарында бөгөнгөбөҙ һәм киләсәгебеҙ яҡтылығында быуындар күсәгилешлегенең ролен билдәләп үтә. Был поэтик фекер уның тәбиғәт лирикаһында ла, мөхәббәт темаһына арналған әҫәрҙәрендә лә, фәлсәфәүи шиғырҙарында ла ярылып ята.
Шағирҙың ижадында тыуған ерҙең һәр бер үләнен, һәр ағасын, һәр ташын, һәр биҙәген яратыу тойғоһо тормош, йәшәйеш йыры менән берләшә:
Ә күк зәңгәр, офоҡ сикһеҙ ҙәһә,
Хатта ҡанатһыҙҙар ымһыныр.
Торналарҙың күкте яулауҙары –
Һалҡын көҙҙөң өнһөҙ ымылыр.

Торналар ул ҡанатһыҙҙар түгел,
Кейеклеген һаҡлар йән дәһә.
Күңелемә ҡанат ҡуйып ҡоштар
Юғалдылар күктә йәнә лә.
Ҡыҫҡаһы, тыуған яғыбыҙҙың, замандың йөрәк тибешен ишетергә теләһәгеҙ, үҙегеҙҙең уйҙарығыҙға, хис-тойғоларығыҙға ауаздашлыҡ эҙләһәгеҙ Фәнил Бүләковтың “Торналарҙы офоҡ саҡыра” китабын мотлаҡ алып уҡығыҙ!
***
Китап БР Хөкүмәте ярҙамы менән баҫтырылды. Йыйынтыҡты нәшриәттең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.

Новинка
да

Яндекс.Метрика