Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә башҡорт шағиры, драматург, тәржемәсе һәм журналист Лилиә Һаҡмарҙың «Матур йәшәй белеү – батырлыҡ» исемле өр-яңы китабы донъя күрҙе һәм ул тиҙҙән һатыуға сыға. Шағирәнең был китабына «Ҡар өҫтөндәге сабый», «Боланҡай» исемле поэмалары, «Башҡорт йыры – тере шишмә» тип аталған эпик шиғыры һәм төрлө йылдарҙа яҙылған бик күп шиғырҙары тупланған. Әҫәрҙәрендә авторҙың лирик геройы ҡапма – ҡаршылыҡлы һорауҙарға яуап эҙләй, ерҙә кәрәкле кеше, шәхес булып йәшәү өсөн ниндәй сифаттарҙы үҙ итергә икәнен самалай.
    Шиғырҙары йөкмәткеһе буйынса төп өс өлөшкә бүленгән. Тәүге өлөшөндә шағирәне йәшәү, ғүмер, яҙмыш, кешелек, бәхет кеүек мәңгелек һорауҙар борсой, икенсеһендә ул тыуған иленә, тыуған еренә, Башҡортостанға, тыуған ауылы Йомашҡа (Баймаҡ районы), Һаҡмар йылғаһына, Өфөгә, туған теленә, ата – әсәһенә булған һөйөүен белдерә, ауылдаштары менән ғорурлыҡ кисерә, ә өсөнсөһөндә күберәк егет менән ҡыҙ араһындағы мөхәббәт, тәбиғәтте, донъяны яратыу хаҡында яҙа.
    Авторҙың «Бойоҡма һин», «Матур йәшәй белеү - батырлыҡ»,  «Йомашым – иң матур ауыл», «Йомашым», «Уйнаһын ҡурайҡайым», «Башҡортостанға йыр», «Тик берәүҙе һөйгөм килә», «Диңгеҙ», «Ҡарағай», «Ҡабатлайым исемеңде» шиғырҙарына йырҙар яҙылған.
    Шағирәнең яңы китабы оло быуын уҡыусыларына ғына түгел, ә мәктәп уҡыусыларына, уҡытыусыларға һәм тәрбиәселәргә лә тәғәйенләнгән. Шиғырҙарын мәктәп кисәләрендә, класс сәғәттәрендә һәм башҡа әҙәби саралар үткәргәндә ҡулланырға була.
***
Матур йәшәй белеү – батырлыҡ!
Матурлыҡты ҡайҙан алам, тимә,
Һутың булһа сәскә шытырлыҡ,
Йөрәгеңдә үҫтер нәфис гөлдәр –
Тормош бит ул – үҙе матурлыҡ!
***
      Лилиә Һаҡмарҙың «Йондоҙ ҡыҙы» (1993). «Тере шишмә» (1998),  «Эстафета» (2006) – шиғырҙар, «Бәхетле ҡатын» (2012) – хикәйәләр, «Балапан» (2013) исемле драма әҫәрҙәре тупланған китаптары нәшер ителгән. «Балапан» һәм «Марста тормош бармы?» әҫәрҙәре төрлө йылдарҙа Республика драма конкурстарында еңеүсе дипломдарын яулаған. Авторҙың шиғырҙарына яҙылған йырҙар тупланған аудио – баҫмалар бар.

Новинка
да

Яндекс.Метрика