Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан әҙерләнгән өс телдәге йыйынтыҡҡа авторҙың шиғырҙары, ҡәләмдәштәренең мәҡәлә-иҫтәлектәре тупланды.  Йыйынтыҡты төҙөүсе автор - Рәиф Әмиров. Китап киң ҡатлам уҡыусыларға, мәғрифәт-мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә тәғәйенләнә.
Тәүге бүлек - «Пәйғәмбәрҙәр булмай, тиҙәр, Шиғриәттә һин бит пәйғәмбәр» тип атала һәм унда авторҙың төрлө йылдар арауығында яҙған шиғырҙары урын алған. Шағирҙың ниндәй генә шиғырын уҡыма, ниндәй генә шиғырын ҡулыңа алып күҙ йүгертмә, уларҙың һәр береһе лә оло һөйөү, ҡайнар мөхәббәт менән һуғарылған, тыуған ергә, тыуған илгә, тыуған тупраҡҡа, донъялағы иң ғәзиз кеше – әсәгә булған яратыуҙы ул ниндәйҙер бер матурлыҡ аша күрһәтә белә, был донъяға тыуыуҙы ла ул «матурлыҡ» төшөнсәһе менән сағыштыра. «Матурларға тыуҙым был донъяны» шиғырында ла яҡшылыҡтың, матурлыҡтың, изгелектең ҡасан да булһа насарлыҡты, яуызлыҡты, ғәмһеҙлекте һәм ғәҙелһеҙлекте еңеренә ышана:
Мин был ерҙе матурларға тыуҙым,
Һәм күрергә тыуҙым
Гүзәллектең күккә үрләүен.
Закондан тыш тип иғлан итәм
Ғәмһеҙлектең бөтә төрҙәрен.
Судҡа бирәм
            ғәҙелһеҙлек тигән
Быуаттарҙан килгән ғәҙәтте,
Үлтерештең үҙен үлтерәм дә
Тик ҡалдырам ерҙә һәйбәтте.
Хеҙмәтте һәм тыныслыҡты
                        ерҙең
Падишаһы итеп ҡалдырам,
Илдән илгә йөрөр визаларға
«Дуҫлыҡ, туғанлыҡ» тип яҙҙырам.
Ҡайғыларҙы ҡайырып ырғытам да
Утҡа һалам уның ояһын;
Кеше бәхет менән йоҡлаһын да
Яңы бәхет менән уянһын.
Мин был ерҙе матурларға тыуҙым,
Таҙартырға тыуҙым
Йыйын хәшәрәттән,
                    шаҡшынан,
Һәм төҙөргә уны мәңгелеккә
Тик гүзәлдән,
                ныҡтан,
                        яҡшынан!
Авторҙың иң яратып яҙған темаларының береһе – ул дуҫлыҡ темаһы. «Игеҙәктәр» исемле шиғырында ул - Башҡортостан менән Татарстан араһындағы дуҫлыҡҡа һөйөнә, ғорурлыҡ тойғоһо кисерә:
Ике республика сиге…
Ҡоштар оса баш остан…
Теге яҡта – Татарстан,
Был яҡта – Башҡортостан.
Көн дә иртән күрешәләр –
Бик яҡын аралары,
Әйтерһең дә, бер әсәнең
Игеҙәк балалары.
Был бүлек шағирҙың «Юҡһыныу» шиғыры менән тамамлана. Бында ла автор был донъянан дуҫтарының китеүенә юҡһына, улар менән булған саҡтарын, үткәндәрен һағына:
Ауыр сирҙәр тамырынан өҙөп,
Алып китте күпме дуҫтарҙы!
Шул дуҫтарҙан башҡа үткәрәм мин
Күпме йәйҙе, күпме ҡыштарҙы!
Йыйынтыҡтың икенсе бүлегендә («Мәҡәләләр. Иҫтәлектәр») ҡәләмдәштәренең, замандаштарының, фекерҙәштәренең иҫтәлектәре, мәҡәләләре килтерелгән. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаев Әнғәм Атнабаевты һағынып иҫкә алып, уның бик үткер һүҙ оҫтаһы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Бына нимә ти ул «Милли ғорурлыҡ» тип аталған мәҡәләһендә: Әнғәм Атнабаев иҫ китмәле һүҫ оҫтаһы ине. Халыҡ бит һүҙҙе йөҙ мең йылдар буйына берәмләп, ҡәҙерләп тыуҙырған. Һүҙ – йәшәйештең төп ҡоралы. Уны дөрөҫ файҙалана белергә генә кәрәк. Һүҙгә моң да, көй ҙә, шатлыҡ та, ҡайғы-хәсрәт тә, нәфрәт-асыу ҙа, кеше йөрәгендә генә була торған мөхәббәт тойғолары ла, хистәр матурлығы ла һалынған....
Әнғәм Атнабаев бына ошо һүҙҙең тәмен, аһәңен, ҡөҙрәтен, бөйөклөгөн, асылын, серен белә ине. Хатта мин (башҡа яҙыусылар ғәфү итһен) «Әнғәм кеүек һүҙ оҫтаһы булдымы икән әле беҙҙең әҙәбиәттә?» тигән һорау ҙа биреп ҡуям ҡайһы берҙә үҙемә».
Йыйынтыҡҡа Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең «Совет Башҡортостаны» гәзитендә (1959 йылдың 11 ғинуар һаны) баҫылып сыҡҡан мәҡәләһе индерелгән. Назар Нәжми был мәҡәләһендә Әнғәм Атнабаевтың «Шағирҙың һөйләшеүе» китабына ингән шиғырҙарына тулайым анализ биреп, фекерен түбәндәге һүҙҙәр менән тамамлай: «Әнғәм Атнабаевтың китабын уҡып сыҡҡас, уның һуңғы битен, поэзиябыҙҙа тағы бер үҙенсәлекле талантлы шағирыбыҙ бар, тип ҡәнәғәтләнеү менән ябаһың. Был шағир өсөн дә, уҡыусы өсөн дә ҡыуаныс».
Китаптың икенсе бүлегенә Әнғәм Атнабаевҡа бағышланған бик күп шиғырҙар, арнауҙар ҙа урын алған. Татарстандың халыҡ шағирҙары Роберт Миңнуллин, Илдар Юзеев һәм шулай уҡ тағы ла бик күп шағирҙар үҙ шиғырҙарында әҙипте һағынып иҫкә ала, шағир менән бергә булған минуттарҙы хәтерләй.
Әнғәм Атнабаевтың ижадын һәр яҡлап өйрәнеүсе профессор, йыйынтыҡ төҙөүсе-автор Рәиф Әмировтың рус телендә яҙылған байтаҡ мәҡәләләре лә тупланған баҫмаға.
Китапта Әнғәм Атнабаевтың Н. Милованова тарафынан рус теленә тәржемә ителгән шиғырҙары ла бирелгән.

Новинка
да

Яндекс.Метрика