"Урал батыр" эпосының сәсмә версияһын 1956 йылда Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһында йәшәүсе Исмәғил Рәхмәтуллиндан Әхнәф Харисов яҙып алған. 2010 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә өс телдә баҫылған "Башҡорт халыҡ ҡобайыр-иртәктәре" тип аталған китапҡа ул  "Урал батыр" (сәсмә версияһы) исеме менән кергән.

1990 йылда рҙа рәссам Ғәбдрафиҡ Мырҙашев был был боронғо әҫәрҙе балалар өсөн "Урал батыр" әкиәте итеп сығарыу  теләге менән әҫәрҙәге хәл-ваҡиғаларҙы тасуирлап төҫлө һүрәттәр төшөргән.

Башҡорттоң борон-борондан күңеленә, фиғеленә  һалынған иң гүзәл  сифаттарының береһе - халҡына игелек күрһәтеүҙе  данлаған был әҫәрҙе күҙ нурҙарын, күңел  йылыһын һалып биҙәгән рәссам Ғәбдрафиҡ Мырҙашев  үҙе лә ошо тиңһеҙ сифатҡа эйә. Сағыу рәсемдәр аша яуызлыҡ менән изгелек, үлем һәм үлемһеҙлек  кеүек ҡапма-ҡаршылыҡтарҙың көрәшен  балалар күңеленә  барып етерлек итеп тасуирлай рәссам.

Китап Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына арнала.

Новинка
да
Автор
Башкирская народная сказка