Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә Рәшит Зәйнуллиндың “Йәшәү көсө” тип аталған электрон баҫмаһы донъя күрҙе.
Баҫмаға авторҙың публицистик мәҡәләләре, әңгәмәләре, ижади портреттары, һүрәтләмәләре индерелде.
“Салауат иле” тип аталған тәүге бүлектә Рәшит Зәйнуллин китап уҡыусыға “Салауат эҙҙәре буйлап” экспедицияһында йөрөгән ваҡыттағы уй-кисерештәрен һөйләй, күҙәтеүҙәрен уртаҡлаша, тәъҫораттары менән бүлешә. Башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың тыуған төйәге – Башҡортостандың Салауат районында булып үткән экспедиция авторға яңы асыштар яһарға, шағир һәм яугирҙең тойғоларын аңларға ярҙам итә, уны илһамландыра.
“Әңгәмәләр” бүлегендә иһә ҡәләмдәшебеҙ шағирҙар, ғалимдар, билдәле сәйәсмәндәр, дәүләт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар, сәнғәт йондоҙҙары дин әһелдәре менән ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡора, уларҙың фекерҙәрен еткерә, үҙен һәм халыҡты борсоған бик күп һорауҙарға яуап таба. Улар араһында Ҡәҙим Аралбай, Хәсән Назар, Марат Зәйнуллин, Марат Ҡолшәрипов, Әмир Ишемғолов, Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин кеүек һәм башҡа бик күп күренекле шәхестәр бар.
Өсөнсө бүлектә ҡәләмдәшебеҙҙең үткер ҡәләме менән яҙылған публицистик мәҡәләләре урын алған. Был мәҡәләләрендә автор заман проблемаларын күтәрә, тарихи үткәндәрҙе бәйән итә, бөгөнгө менән киләсәк тураһында уйлана. Ерҙәге яуызлыҡты, уҫаллыҡты, мәрхәмәтһеҙлекте яҡшылыҡ, изгелек еңеренә ышана.
“Ижади портреттар, һүрәтләмәләр” исемле һуңғы бүлегендә айырым кешеләрҙең тормошон, холоҡ-фиғелдәрен һүрәтләй, уларға һоҡлана.

Хөрмәтле китап уҡыусым!!! Рәшит Зәйнуллиндың “Йәшәү көсө” исемле яңы баҫмаһы һинең китап кәштәңдә урын алыр, һиңә бик күп осраҡта ярҙамға килер, һине уйландырыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Компакт дискыны нәшриәт магазинынан да, интернет - магазинынан да һатып алырға була. Адресыбыҙ: Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 2.
Интернеттағы адресыбыҙ: http://www.kitap-ufa.ru

Новинка
да
Автор
Рашит Зайнуллин

Яндекс.Метрика