Фәнис Янышевтың яҙыусылар музейына арналған «Башҡортостандың әҙәбиәт музейҙары» йыйынтығы барлыҡ һүҙ сәнғәте әһелдәренең  ижад донъяһына экскурс яһай.
Йыйынтыҡта һәр әҙиптең музейы ғына түгел, ә унда тупланған материалдар аша яҙыусының биографияһы, китаптарпының яҙылыу тарихы, йәмғиәттә тотҡан урыны хаҡында ла өр-яңы мәғлүмәттәргә юлығаһың. Сөнки автор һәр музейҙың йөкмәткеһен яҡшы белә, ундағы мәғлүмәттәр менән бик оҫта эш итә. Фәнис Янышевтың «Шиғриәт йондоҙо»,  «Нур сәсеп тора»  һәм башҡа яҙмалары айырым художестволы әҫәргә яҡын. Йор телмсәре, бай һүҙе менән уҡыусыларҙы ылыҡтырып тора.
Китаптың төп үҙенсәлеклк бер яғы – Башҡортостан менән бәйле башҡа милләт әҙиптәренең дә музейҙары менән дан тота. «Быуаттар аша сәй    әхәт» исемле мәҡәләлә С.Т. Аксаковтың Өфөләге йорт-музейында булһаҡ, Надеждино ауылындағы Аксаковтарҙың ғаилә музейы дворян нәҫеле менән таныштыра.  «Рухы йәшәй күңелдәрҙә» тигән мәҡәләһендә бөйөк рус шағирәһе Марина Цветаеваның рухи булмышы тулыһынса асыла. Трагик яҙмышлы шағирә беҙҙең республика һәм халҡы менән бәйле байтаҡ иҫтәлектәр һаҡлай.  «Наспиҙар балҡытып, һағышҡа һалдың халҡыңды» тигән мәҡәләлә сыуаш классик шағиры Константин Ивановтың тыуған ере – Бәләбәйҙәге музейы менән таныштыра. Ыҫлаҡбаш ауылындағы музейҙа Сыуаш Республикаһынан, Ульянов, Һамар, Һарытау өлкәләренән килгән ҡунаҡтар менән май айында ҙур шиғриәт байрамы уҙғарылыуы ла мәртәбә генә өҫтәй.
Был йыйынтыҡ менән танышып сыҡҡас, республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә булғандай булаһың. Тап һүҙ сәнғәтенең йөҙөк ҡашына әүерелгән шәхестәр музейҙары бар халыҡты ылыҡтырып, күңелдәргә рухи күперҙәр һала.  (Зәки Әлибаев, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе).

Китапта барлығы 22 Әҙәбиәт музейы хаҡында  ҡыҫҡаса белешмә бирелә. Йыйынтыҡ башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә донъя күрҙе.

Новинка
да

Яндекс.Метрика