Башҡортостан  Яҙыусылар  берлеге  ағзаһы,  Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты,  журналист, йәмәғәтсе   Нияз Сәлимовтың нәшриәттә «Рухым – ырыҫым» исемле яңы китабы донъя күрҙе.  Ғүмер ғәме, йәшәү тәме, мөхәббәт, изгелек һәм яуызлыҡ кеүек мәңгелек темалар тураһында уйлана шағир. Уның һәр әҫәрендә тиерлек яңғыраған заман заңы, рух балҡышы, фәлсәфәүи тәрәнлек, аһәңле йөрәк һүҙе китап уҡыусыларҙы битараф ҡалдырмаҫ.
Йыйынтыҡ БР Хөкүмәте ярҙамы менән баҫылды.
Нияз Сәлимовтың был яңы китабын Өфө ҡалаһы Октябрь проспекты, 2 адресы буйынса урынлашҡан Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап»  нәшриәтенең фирма магазинынан ала алаһығыҙ. Шулай уҡ рәсми сайтыбыҙ (http://www.kitap-ufa.ru) аша ла яҙҙырып була. Белешмә өсөн телефоныбыҙ: 8 (347) 246-09-55  Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ!

Новинка
да
Автор
Нияз Салимов