Ләйсән Яҡупованың «Аҡ донъям» тип аталған татар телендәге электрон баҫмаһы  һәр кемдең күңелендә булған, бер ҡасан да иҫкермәгән мәңгелек матур темаға – мәхәббәткә арнала. Был донъяла ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла һөйөү тойғоһо кисермәй ҡалған кеше юҡ. Һағышлымы ул, һөйөнөслөмө, мәхәббәт татыған миҙгелдәр онотолмай.

Яратыу, һөйөү тулы ялҡынлы хистәр менән һуғарылып яҙылған лирик шиғырҙарында әҙибәнең күңел кисерештәре сағылыш таба, бөгөнгө менән ғорурланыу, үткәнде һағыныу тойғолары ярылып ята, ул йәшлегенә ауаз һала, әҫәрҙәре менән бала сағына әйләнеп ҡайта, ә мауыҡтырғыс сюжетлы хикәйәләрендә тормош-көнкүреш проблемаларына туҡтала, йәш ғаилә, ҡатын-ҡыҙ мәсьәләләрен асыҡларға тырыша.

Ләйсән Яҡупова әҫәрҙәренең нигеҙендә аҡ төҫтәр балҡышы күҙгә салына, автор шуға күрә лә яҡшылыҡтың, изгелектең еңеп сығырына ышана.

Шиғырҙар һәм хикәйәләрҙе туплаған «Аҡ донъям» йыйынтығы һәр кемдең күңеленә хуш килер, китап кәштәһендә үҙ урынын табыр.

Новинка
да

Яндекс.Метрика