Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Зөлфиә Ханнанованың нескә күңел донъяһынан урғылған шиғырҙарға эскерһеҙлек, ихласлыҡ һәм саф күңеллелек, шулай уҡ романтик йүнәлеш хас. Уның шиғриәте кеше һәм халҡыбыҙ яҙмышындағы ҡатмарлы ҡаршылыҡтар тураһында уйландыра, яҡшылыҡҡа, матурлыҡҡа, юғарылыҡҡа әйҙәй, күңелдәребеҙгә аҡ нур бөркә, йәм өҫтәй.

Новинка
да

Яндекс.Метрика