Күренекле шағирә, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов һәм Рәмзилә Хисемтдинова исемендәге премиялар лауреаты Таңһылыу Ҡарамышеваның «Осорҙан осорҙарға» исемле яңы шиғыр китабы донъя күрҙе. Йыйынтыҡҡа шағирәнең һуңғы ваҡытта яҙылған өр-яңы әҫәрҙәренән торған тематик шиғыр циклдары тупланды.

Таң

Уяна урман йоҡонан,

Мышы ҡуя мышылдап.

Ҡоштар ҡанат киреп ҡуя,

Өкө ҡуя ухылдап.

Ҡарап ала ҡояш асып

Болоттоң сымылдығын,

Күреп ҡала беленер-беленмәҫ

Елдәрҙең ҡыймылдығын.

Алһыулана алыҫ офоҡ,

Ҡыҙарып китә ысыҡ.

Серлеләнә тағы нығыраҡ

Ҡарурмандағы ышыҡ.

Ғишыҡлана тағы нығыраҡ

Күңелем таң атҡанда.

Донъя имле, ғәләм имен

Мышы мышнап ятҡанда.

Йән

Йән йәннәттә – күбәләктә,

Осоп йөрөй сәскәлә.

Йән йәннәттә – сирәмдәге

Сипелдәк бер бәпкәлә.

Йән йәннәттә – ботаҡтағы

Сутылдаҡ һандуғаста.

Йән йәннәттә – аҡ болоттай

Сәскәле алмағаста.

Йән йәннәттә, туҡтау белмәй

Әйләнә түңәрәктә.

Баҡыйлыҡта, фанилыҡта,

Бер көнлөк күбәләктә.

Ҡорал

Көҙ тигәнем – һарғайған йәй,

Ҡояштың бағышынан.

Ҡыш тигәнем – йоҡлаған көҙ,

Арыған һағышынан.

Яҙ тигәнем – уянған ҡыш,

Онотҡанды яңыртҡан.

Йәй тигәнем – терелгән яҙ,

Гөл-сәскәгә зарыҡҡан.

Бар миҙгел дә – бойомлашҡан,

Ғәмәлгә ашҡан ҡомар,

Донъяның йәшәү сараһы,

Еңеү яулаған ҡорал.

Көҙ йәйе

Көҙөм килеп етте тиһәм,

Йәйем китмәгән икән.

Ҡартаймаған, муртаймаған –

Йәнем кипмәгән икән.

Тәҙ(е)рәмдә ут бар әле,

Сырағым бар йәнемдә.

Мейесемдең ҡыҙыуы бар,

Ҡот бар әле өйөмдә.

Һут бар әле еләктәрҙә,

Һөйәктәрҙә елек бар.

Йөрәктәрҙә әүәҫлек бар.

Йәшәтерлек хирес бар.

Күңелемдең яҡтыртҡысы

Ҡыҙҙырып хатта ҡуя.

Балҡып китә күҙ алдарым,

Яҡтырып китә донъя.

Йәшеллеккә сума сүлдәр,

Ҡомдан тиртә шишмәләр.

Ғүмеремде был миҙгел дә

Йәмдән мәхрүм итмәгән.

Новинка
да

Яндекс.Метрика