картинка Седьмая высота. Афтахетдинов Ахмадин
Тип издания

Йыйынтыҡ бөтәһе дүрт бүлектән тора. Тәүге бүлектә авторҙың заман һулышы, ил, халыҡ, кеше, ер яҙмышы тураһында уйланыуҙары урын ала. Әҙип уларҙа бөгөнгө осорҙоң актуаль проблемаларын яҡтырта, йәшәйеш өсөн борсола. Бигерәк тә «Ҡуласа», «Баҫ сиратҡа», «Быуат башы», «Рәсәй», «Тамаша», «Быуат үре», «Эт», «Наркоман» кеүек шиғырҙарында асыҡ сағыла заман заңы, заман ауазы:
Әй замана, замана,
Етәр инде, талама.
Ҡоротам, тип, быуынын,
Өрмә әле быуылып.
Берәү алдай,
Берәү янай,
Берәү ямай,
Һынауыңа түҙә алмай.
Бар хәшәрәт, буш ҡыуыҡ,
Өҫкә ҡалҡа ел ҡыуып,
Түҙемлеләр – алтындай,
Юҡҡа-барға алданмай,
Үтер елгә ҡалҡынмай.
Йәнен бирә,
Ерен һөрә,
Йүнен күрә,
Киләсәккә һуҡмаҡ үрә. («Әй замана, замана»).
Баҫманың икенсе, өсөнсө бүлектәрендә иһә тыуған илде, тыуған ерҙе, мөхәббәтте, дуҫтарҙы данлаған шиғырҙары бирелә.
«Миҙгелдәрҙе егеп миҙгелдәргә,Ҡоштар килеп, ҡоштар ҡайталар» тип исемләнгән һуңғы бүлектә шағир тәбиғәт миҙгелдәрен һоҡлана, айырыуса ҡышты яратып яҙа. Яҙ, йәй, көҙ айҙарына ла арналған шиғырҙары бар:
Бер ҡыҙҙыра, бер һыуыта,
Ни әйтәһең – август инде.
Көн ҡыҫҡара, төн оҙая,
Көҙгә тартым, ауғыс инде.
Хеҙмәтеңә баһа бирер
Хужа кеүек – август инде.
Баҫыуҙарҙан йәй байлығын
Келәттәргә ҡыуғыс инде.
Ҡайһы берәү күңеленә
Шөбһә һалыр – август инде.
Көҙ етте, тип йәш түккәндәр
Ир түгел, ул – йыуғыс инде.
Шиғриәте менән күктәргә күтәрелеп, әҙәбиәт уҡыусыларҙың һөйөүен яулаған Әхмәҙин Әфтәх ижады, тел-стиль үҙенсәлектәр хаҡында тағы ла бик күп нәмә һөйләргә мөмкин булыр ине, әлбиттә.
Башҡорт әҙәбиәте үҫешенә тос өлөш индергән Әфтәхетдинов Әхмәҙин ижады менән ғорурланмай мөмкин түгел! Әҙипкә илһамлы ижад, «Етенсе бейеклек»тең тағы ла юғарыраҡ үренә күтәрелеүен теләйбеҙ!
Ышанһағыҙ, ышанығыҙ,
–Етмеш йәшкә артылдым.
Күңел-шайтан ҡарышһа ла
Бына тигән ҡарт булдым!
Етмеш йәшкә артылдым... («Етмеш йәшкә артылдым»).

Новинка
да
Автор
Афтахетдинов Ахмадин

Яндекс.Метрика