Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең фирма магазины кәштәһе республикабыҙҙың ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналған яңы китаптар менән тулылана бара. Күптән түгел ул Ғәлим Хисамовтың «Шаҡай бураны» исемле яңы китабы менән байыны. Киң ҡатлам уҡыусыларына тәғәйенләнгән өр-яңы баҫмала Башҡортостан автономияһын барлыҡҡа килтереү өсөн көрәш ваҡиғалары һүрәтләнә. Ул бынан бер быуат элек Башҡортостанда барған ваҡиғаларға арнала. Яҙыусы быуат башында барған сәйәси осор тураһында яҙа.
Тарихтан билдәле булыуынса, батша хөкүмәте тарҡалып, Николай II киткәс, ваҡытлы хөкүмәт власть башына килә, Рәсәй бөтөнләй икенсе сәйәси юлға, үҙгәрештәр осорона аяҡ баҫа. Ғәлим Хисамов тап ошо осорҙо «Шаҡай бураны» романы аша тасуир итә. Автор романда революция осоронда барған башҡорт милли хәрәкәте ваҡиғаларын ябай халыҡ вәкилдәре һәм күренекле шәхестәр образдары аша ла бирә. Күҙаллауыбыҙса, Нурсәлих, Насретдин образдары аша Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин прототиптары асыҡ сағылыш таба. Яҙыусы документаль рәүештә Шәйехзада Бабичтың яҙмышын тулыһынса ҡабатламай, шулай ҙа тормошоноң ҡатмарлы мәлдәрен төрлө яҡлап сағылдыра алыуға өлгәшкән. Нурсәлих образы менән бер рәттән шул осорҙа сығып килгән «Ваҡыт», «Шура», «Аҡмулла», «Ҡармаҡ» гәзит һәм журналдарының да урынын билдәләй автор. Әҫәрҙә Зәки Вәлиди образына ҙур урын бирелә.
Әҫәрҙә ваҡытлы хөкүмәттең власҡа килеүе, хәл-ваҡиғаларҙың ағышы төрлө урында: Петроградта, Ырымбурҙа, Өфөлә, Силәбелә, Ташкентта, хатта Көҙәндә һүрәтләнә. Шул яғы менән ул әҫәр уҡыусыһының иғтибарын үҙенә йүнәлтә һәм шуның менән дә композиция төҙөлөшө отошло булып тора.
Ғәлим Хисамов «Шаҡай бураны» әҫәрендә милләтебеҙ яҙмышында иң драматик урындарҙың береһен биләгән дәүерҙе бөтә дөрөҫлөгөндә асып һала.
Китапты Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин.

Яндекс.Метрика