Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә Гөлсирә Ғайсарова-Ғиззәтуллинаның «Һөйөүем доғаһы» китабы донъя күрҙе.
«Мөхәббәт – ул тормош, тормош – ул мөхәббәт», ти француз мәҡәле. Гөлсирә Ғайсарова-Ғиззәтуллинаның был китабына тупланған әҫәрҙәр тормоштан алынған миҫалдар менән был хәҡиҡәтте тағы ла бер тапҡыр раҫлай. Һөйөү беҙгә төрлө ҡиәфәттә килә, тик уны күрергә һәм аңларға һәләтебеҙ бармы? Ә бит әҙәм балаһының бәхете туранан-тура шуға бәйләнгән. Беҙ иһә байлыҡ тип сабабыҙ, дан көҫәп күҙебеҙ тона, шул арала ваҡ-төйәк ығы-зығылар арҡаһында йолҡҡоланып юҡҡа сыға барған мөхәббәт ғазап эсендә тонсоға.
Нескә юмор, нәфис тойғолар, авторҙың бөтмәҫ-төкәнмәҫ һөйөүе менән һуғарылған образдар – был китап үҙенең иғтибарлы уҡыусыһына ысын мәғәнәһендә бәхетле мәлдәр бүләк итергә һәләтле.

Новинка
да

Яндекс.Метрика