Китаптың I томына әҙибәнең «Һүнмәҫ нурҙар», «Шишмә», «Аҡбалыҡ» повестары тупланды. Яҙыусы киләсәк быуын яҙмышы өсөн борсола һәм шуға ла әҫәрҙәрендә тәбиғәтте һаҡлау проблемаларын күтәрә. Шишмәләрҙең сафлығын, тулылығын һаҡлау – повестарҙың төп идея-тематикаһын тәшкил итә. Шишмә – символик образ. Ул һәр нәмәнең башланғысы тигән төшөнсәне аңлата. Һыу башы, тел, ил, халыҡ яҙмышы башланғысы, һөйөү, мөхәббәт хистәре яралыуы.

Новинка
да

Яндекс.Метрика