Зәйнәб Биишева. Мәҡәләләр, ижади портреттар, арнауҙар, иҫтәлектәр (башҡорт һәм рус телдәрендә). Төҙөүсеһе Башҡортостандың халыҡ шағирыҠәҙим Аралбаев.
***
Китапта яҙыусының йәшлек хәтирәләре, сәйәхәт яҙмалары, ижады хаҡында замандаштарының уй-фекерҙәре, шиғри арнауҙары, милли әҙәбиәткә, мәҙәниәткә, сәнғәткә ҡағылышлы мәҡәләләре, очерктары һәм өлкән улы Тельман Ғәзиз улы Әминевтың йылы иҫтәлектәре индерелгән.
Тәүге бүлектә яҙыусының 1943 – 1973 йылдар арауығында көнүҙәк темаларға яҙылған мәҡәләләре, ҡәләмдәштәре хаҡында иҫтәлектәре урын алған. «Юлдағы уйланыуҙар» исемле мәҡәләһендә улдары менән Баймаҡ ял йортонда булған ваҡыттарын иҫкә төшөрә, бигерәк тә, балаларын атайсалға ял итергә алып барыуына, аталарының тыуып үҫкән яҡтарын күрһәтеүгә, таныштырыуға өлгәшә алғанына сикһеҙ шатлана. Сөнки быны ул үҙенең ҡасан да булһа атҡара торған изге бурыстарының береһе тип һанай. Бына нимә тип яҙа ул турала: «Уландарҙы үҫтереү, уҡытыу, ил, заман талабына яуап бирерҙәй кешеләр итеп тәрбиәләү, ахыр килеп, һуңлабыраҡ булһа ла, үҙебеҙҙең тыуған – үҫкән яҡтар менән уларҙы таныштырыу бурысы ла минең өҫкә йөкләнеп ҡалды, һәм бөгөнгө көндә мин шул бурыстарҙы намыҫ менән үтәп сығыуыма бәхетлемен». Әҙибә күптәнге хыялын тормошҡа ашыра алыуына һәм теләгенә ирешеүенә шатлана. Сәйәхәт яҙмаһында ул Баймаҡтың һутлы ерҙәренә, талғын ғына ағып ятҡан Талҡаҫ буйына, ошо һутлы ерҙә Йомабай Иҫәнбаев, Хөсәйен Әхмәтов, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Рамазан Йәнбәков, Сәләх Кулибай, Ғата Сөләймәнов, Рәшиҙә Туйсина кеүек бик күп талант эйәләренең тыуып үҫеүенә һоҡланыуын белдерә.
Китаптың «Ижади портреттар» тип аталған бүлексәһендә Зәйнәб Биишева мәшһүр композитор Заһир Исмәғилев, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы йырсы Әсмә Шайморатова, данлыҡлы бейеүсе Рәүилә Хажиевалар хаҡында оло һөйөү менән яҡты иҫтәлектәрен яҙа. Башҡорт милли сәнғәтенән йыр, бейеү тураһында уйланыуҙары, мәҡәләләре әҙибә публицистикаһының айырым бер ҙур өлөшөн тәшкил итә.
Халыҡ яҙыусыһы хаҡында замандаштарының, ҡәләмдәштәренең, дуҫтарының, уҡыусыларының уй-фекерҙәрен, арнауҙарын уҡығанда тағы ла бер яҡты тойғоларға сорналаһың. Бигерәк тә, өлкән улы химия фәндәре докторы, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы акдемигы Тельман Әминевтың әсәһе, атаһы, туғандары хаҡында яҙған йылы иҫтәлектәре айырым баһаға лайыҡ. Бала сағы, ғаиләләге ижад мөхите менән таныштыра, тәү тапҡыр яҡты хәтирәләре менән уртаҡлаша, уларҙы һағынып иҫкә ала, ғаилә архивынан байтаҡ фотоһүрәттәр килтерә. Ҡустыһы – билдәле тәржемәсе, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы Юлай Әминев тураһында «Заман үтә, ә башҡарылған эштәр, тарихи хәҡиҡәт ҡала. Һәр шәхес – үҙе бер оло донъя. Башҡорт әҙәбиәтендә лә Юлай Әминев тигән йондоҙлоҡ бар. Уның ижады, байтаҡ әҙиптең хеҙмәтен сағыу балҡытып, йәшәүен дауам итә» тип айырыуса йылылыҡ менән иҫкә ала.
«Ҡушымталар» өлөшөндә Биишевтарҙың һәм Әминевтарҙың ырыу-ара шәжәрәләре, тарихи документтарҙың күсермәләре, төҫлө фотоһүрәттәре һәм башҡа ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәре килтерелеүе менән дә китаптың баһаһы юғары. Китапты төҙөүсе – Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев: «Зәйнәб Биишеваның ҡаһарманлығы – килер быуын ижадсылары өсөн оло, бай тәжрибә мәктәбе, рухи ныҡлыҡ өлгөһө булып оҙаҡ дәүерҙәр хеҙмәт итәсәк әле» тигән юлдар менән тамамлай «Ҡаһарманлыҡ һәм матурлыҡ йырсыһы» исемле баш мәҡәләһен.

Новинка
да

Яндекс.Метрика