Башҡорт теленең академик һүҙлеге – башҡорт лексикографияһы тарихында беренсе аңлатма-тәржемәүи һүҙлек. Һүҙлек, нигеҙҙә, хәҙерге башҡорт теленең дөйөм ҡулланылышлы лексикаһын, фразеологияһын үҙ эсенә ала. Бынан тыш, һүҙлеккә киң таралған диалектизмдар, иҫкергән һәм яңы һүҙҙәр, фәнни һәм халыҡ терминологияһы индерелгән. Һүҙҙәрҙең мәғәнәләре башҡортса аңлатыла, рус теленә тәржемә ителә һәм бай иллюстратив материал менән раҫлана. Баш һүҙҙәр рус, инглиз, төрөк телдәренә ауҙарыла.
Һүҙлектелсе-ғалимдарға, журналистарға һәм нәшриәт хеҙмәткәрҙәренә, уҡытыусыларға һәм студенттарға тәҡдим ителә. Хеҙмәт башҡа өлкәлә эшләүсе белгестәр, башҡорт мәҙәниәте, тарихы менән ҡыҙыҡһыныусы киң ҡатлам уҡыусылар өсөн дә файҙалы булыр.
Академический словарь башкирского языка является первым в истории башкирской лексикографии толково-переводным словарём. Словарь, в основном, включает в себя общераспространенные слова и фразеологизмы современного башкирского языка. Кроме этого, в словарь включены наиболее распространенные диалектизмы, устаревшие и новые слова, научная и народная терминология. Толкование слов и фразеологических единиц дается на башки рском языке с переводом на русский язык. Заглавные слова переводятся на русский, английский и турецкий языки.
Словарь адресуется лингвистам, журналистам, работникам издательств, работающим и в других областях, и всем, кто интересуется историей и культурой башкирского народа.

Новинка
да

Яндекс.Метрика