Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә мосолмандарҙың иң ҡәҙерле, иң изге китабы – «Ҡөрьән Кәрим» донъя күрҙе. Үҙенсәлекле фәнни - фәлсәфи һәм хоҡуҡи әһәмиәткә эйә булған был ҡомартҡы ғәрәптәр һәм ислам динен тотҡан башҡа халыҡтар өсөн генә түгел, бәлки бөтә донъя мәҙәниәтенә бик ҙур йоғонто яһаған, тиңдәше булмаған әҫәр.
«Ҡөрьән» һүҙенең тура мәғәнәһе -  «уҡыу» йәки «көйләп уҡыу». Әммә уны күсермә мәғәнәлә «Изге китап» тип йөрөтәләр. Китаптың башҡа исемдәре лә бар: «Ҡөрьән Кәрим», «Ҡөрьән шәриф», « Ғәләм шәриф», «Әл-мусхәф», «Әл-китап», «Ҙикр» һәм башҡалар.
Ислам дине тәғлимәте буйынса, ул Аллаһ тарафынан Ябраил фәрештә аша төрлө ваҡыттарҙа Мөхәммәт пәйғәмбәргә егерме өс йыл буйына бирелгән. Төрлө өйрәтеүҙәрҙән – дини бойороҡтарҙан, өгөт-нәсихәттәрҙән, кәңәштәрҙән торған был китап рифмалы проза (көйлө нәҫер) рәүешендә ижад ителгән. Ҡөрьән сүрәләргә, сүрәләр аяттарға бүленә. Ҡөрьәндә бөтәһе 114 сүрә, төрлө иҫәп буйынса 6204-тән 6236-ға тиклем аят бар.
    Ҡөрьән Кәрим – бөтә кешелек донъяһына индерелгән изге ҡанун. Аллаһы Тәғәләнең кешеләргә биргән ниғмәттәре бихисап. Ошо ниғмәттәр араһында иң бөйөк бүләк – ғүмер-ниғмәт. Ҡөрьән Кәримдең һәр бер аятында әҙәм балаһы ошо донъяла бәхетле булһын һәм мәңгелек әхирәттә лә Аллаһы Тәғәләнең рәхмәттәренә ирешһен өсөн күркәм ҡулланма, вәғәз, нәсихәт, өгөт бар.
    Ғәрәпсә, транскрипцияла һәм туған телебеҙ – башҡорт телендә нәшер ителгән яңы баҫма 5000 дана менән билдәле ғалим, филология фәндәре кандидаты Әкрәм Бейешев (1926-2003), Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәммәт хәҙрәт Ниғмәтуллин (башҡортсаға тәржемә) һәм Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, филология фәндәре кандидаты, хажи Нурмөхәмәт Сөйәрғолов (транскрипция) тарафынан башҡарылды.
    1220 биттән торған был изге китап 2012 йылда сыҡҡан баҫманан  шуныһы менән айырыла: биттәр һаны китаптың алғы яғынан түгел, ә артҡы яғынан, йәғни һулдан уңға ҡарай асыла.
    Ҡөрьәндең яңы баҫмаһы уны файҙаланыусылар өсөн шуныһы менән уңайлы: сүрәләр ғәрәпсә, транскрипцияла һәм башҡортса бер үк биттә бирелә. Шуға күрә лә ул ҙур форматта (А 4 форматына яҡын) донъя күрҙе.
    Баҫма БР Хөкүмәте ярҙамы менән баҫтырылды.
Изге китапты нәшриәттең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.

Новинка
да

Яндекс.Метрика