«Башҡортостан - Гөлбостан» (автор-төҙөүселәр: Ф.Ғ. Аҙнабаева, Л.М. Иманғолова, А.Т. Мөхәмәтйәрова) уҡыу йыйынтығына башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады, әкиәт, легендалар, яҙыусылар әҫәрҙәре: төрлө йөкмәткеле шиғырҙар, хикәйәләр һәм баланың үҙешмәкәрлеге өсөн мауыҡтырғыс сәхнә әҫәрҙәре индерелде.
Тәҡдим ителгән әҫәрҙәр «Балалар фольклоры», «Әкиәт, легендалар», «Яҙыусылар әҫәрҙәре» бүлектәрендә һәм Федераль дәүләт белем биреү стандартына таянып белем биреүҙең биш өлкәһендә урын ала.
Шулай уҡ һәр бер мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының педагогтары уҡыу йыйынтығындағы әҫәрҙәрҙе ойошторолған шөғөлдәр эшмәкәрлеге сиктәрендә генә түгел, ә балалар һәм өлкәндәр эшмәкәрлегендә, көн тәртибе барышында, балаларҙың үҙенсәлектәренән сығып, ынтылыш, теләктәрен иҫәпкә алып, ирекле һайлай ала.
Был уҡыу йыйынтығындағы материал мәктәпкәсә йәштәге баланың социаль-коммуникатив, танып белеү, художестволы-эстетик, телмәр һәм физик үҫешен арттырыуға йүнәлтелгән һәм милли мәҙәниәт, туған телде, тыуған төбәкте, илде өйрәнеүе аша уның үҫешен һәм байытылыуын күҙ уңында тота. Үҙ халҡының рухи байлығын, милли мәҙәниәтен өйрәнеү, төбәктә йәшәгән башҡа милләттең мәҙәниәте менән танышыу балала кешелек ҡиммәттәренең эҙмә-эҙлелеген аңлауға булышлыҡ итеп, юғары дәрәжәле милли үҙаңлы һәм рухи мәҙәниәтле шәхес булып формалашыуына һәм үҫешенә нигеҙ һала.

Новинка
да

Яндекс.Метрика