Вирустарҙан дауа...китаптарҙа

Бөгөн  бөтә донъя коронавирус тип ҡаңғырғанда, уға бирешмәҫ өсөн бары тик сәләмәт тормош алып барырға һәм иммунитетты нығытырға ғына кәрәк. Донъяла  барған үҙгәрештәрҙән  паникаға бирелмәйек, һаулығыбыҙҙы ҡайғыртайыҡ.
Был йәһәттән Рим  Ахмедовтың  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә сыҡҡан баҫмаларында («Книга откровений», «Растения – твои друзья и недруги», «Одолень-трава»)  автор үләндәр  ярҙамында дауаланыу, уларҙың бөтә серҙәре хаҡында ентекле итеп китап уҡыусыларына еткерә алған. Улар хатта сит илдәрҙә лә ҙур популярлыҡ яулаған.
Шулай уҡ  Варис Ғүмәровтың «Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре» (2016 й.) китабында Башҡортостанда үҫкән йөҙҙән ашыу дарыу үләндәрен сәләмәтлекте нығытыу маҡсатында   ҡулланыу хаҡында тасуирланған. Әлеге мәлдә был баҫмаларҙа үҙебеҙ өсөн бик күп файҙалы мәғлүмәттәр таба алабыҙ.
Карантиндар булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең магазин һеҙҙең  өсөн һәр саҡ асыҡ. Рәхим итегеҙ!
24.03.2020

Возврат к списку