«100 йыллыҡҡа 100 ауыл һәм ҡала» акцияһы менән нәшриәт Мәләүез һәм Күмертау ҡалаларында булды





Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте һатыу күргәҙмә сауҙаһы менән 2018 йылдың 15-17 ноябрь көндәрендә Мәләүез һәм Күмертау ҡалаларында булып ҡайтты. Китап сауҙаһы Башҡортостан республикаһының һәм нәшриәттең ойошторолоуына 100 йыл тулыу айҡанлы «100 йыллыҡҡа 100 ауыл һәм ҡала» акцияһы нигеҙендә ойошторолдо.
«Башҡорт аты елеп етмәҫ ергә барып етте башҡорт китабы», тип юҡҡа ғына әйтмәгән Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев. Ысынлап та, «Китап» нәшриәтенең сауҙа-йәрминкәһе Күмертау, Мәләүез ҡалаларына «елеп» барып етеп, үҙ уҡыусыларын нәшриәттең «эҫе мейесенән» генә сыҡҡан өр-яңы китаптары менән һөйөндөрҙө. Әйтеп үтелгән ҡалаларҙың Үҙәк баҙарҙарында ойошторолған китап йәрминкәһендә был көндәрҙә халыҡ ит, һөт йәки тағы ла башҡа аҙыҡ-түлек менән бер рәттән китап һатып алырға ла ашыҡты. Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе, бигерәк тә, нәфис әҙәбиәт, уҡыу ҡулланмалары, һүҙлектәр, йыртмалы, дини календарҙар ҡыҙыҡһындырҙы. Балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәрҙе лә ҙур теләк менән алдылар. Бәләкәйҙән китап уҡып үҫкән бала киләсәктә аҡыллы һәм яҡшы кеше булыр, тигән инаныу беҙҙе тағы ла ҡыуандырҙы. Был көндө шулай уҡ фәнни-популяр стилдә яҙылған әҙәбиәткә, тәбиғәт, тарих тураһындағы китаптарға ла ихтыяж ҙур булды.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: ғөмүмән, һуңғы ун йылда дини китаптарға иғтибар бермә-бер көсәйҙе. Ниндәй генә ауылда, ниндәй генә ҡалала булмайыҡ, һәр бер ерҙә тиерлек мосолман календарҙары, Ҡөрьән кәрим китабы, көн дә кәрәкле доғалар ҙур һорау менән файҙалана.
Күсмә китап сауҙаһы ойошторорға рөхсәт һәм ярҙам иткәне, халыҡ менән осрашырға форсат тыуҙырғаны өсөн Мәләүез һәм Күмертау ҡалаһы Хакимиәтенә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
20.11.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика