16 октябрь - Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең тыуған көнө

«Матур китаптар – ғәжәйеп нәмәләр күренәсәк көҙгө, аулаҡтағы серҙәш, яңғыҙлыҡта иптәш, көсһөҙлөктә ярҙамсы, хәсрәттәрҙә шатлыҡ килтереүсе, фекерҙәрҙе нурландырыусы, үткән замандарҙың хәлдәрен һөйләп тороусы, тарихты хикәйәт итеүсе, аҡыллы кешеләрҙең аҡылдарын күҙгә күрһәтеүсе, хаҡы арзан, файҙаһы күп нәмә. Шуның өсөн китап алғанда һаранлашмағыҙ. Китаптарҙан айырылмағыҙ», - тип яҙып ҡалдырған  күренекле мәғрифәтсе, ғалим һәм әҙип Ризаитдин Фәхретдин. Ысынлап та, заман үҙгәреүгә ҡарамаҫтан, китап кешенең төп рухи таянысы булып ҡала.
Бына нисәмә йылдар инде «Китап» нәшриәте әҙәбиәт һөйөүселәрен һөйөндөрә, халыҡҡа рухи аҙыҡ өләшә. Архив мәғлүмәттәренән, тарихсыларҙың хеҙмәттәренән күренеүенсә, «Китап»тың тыуған көнө тип 1919 йылдың 16 октябре иҫәпләнә.
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте — Башҡортостан Республикаһының башҡорт, урыҫ, татар, инглиз телдәрендә нәфис, ғилми-популяр, педагогик, балалар, мәҙәни-ағартыу, тыуған яҡты өйрәнеү әҙәбиәтен, һынлы сәнғәт тауарҙарын, электрон баҫмаларҙы  нәшер итеүсе дәүләт ойошмаһы.
Башҡортостан китап нәшриәте үҙенең баҫмалары менән бөтә ил, Рәсәй һәм донъя күләмендәге һәр төрлө китап күргәҙмәләрендә даими ҡатнаша, иҫтәлекле китаптар төрлө мәшһүр дипломдарға лайыҡ була.
«Китап» нәшриәте төрлө йылдарҙа төрлөсә атала: «Башкнига», «Башгиз» һ.б. 1994 йылда нәшриәт, үҙенең 75 йыллык юбилейы алдынан, рәсми юридик исемен Башҡортостан «Китап» нәшриәте итеп үҙгәртһә, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның 100 йыллыҡ юбилейы алдынан әҙибә исемен йөрөтә башлай.
Китап - халыҡты халыҡ итеп тотҡан, уны алға әйҙәгән ҡорал. Заман үҙгәрә килә, ҡорал да үҙ формаһын үҙгәртергә мөмкин, әммә эстәлеге үҙгәрмәй. Ул һәр ваҡыт бер маҡсатҡа - телде, мәҙәни байлыҡттарҙы һаҡлауға хеҙмәт итә, киләсәктә лә хеҙмәт итһен.  

***
16 октября 1919 года – день рождения Башкирского издательства «Китап» имени Зайнаб Биишевой.
Именно в этот день Президиум Башревкома, то есть высшая власть Башкортостана, по инициативе Ахмет-Заки Валиди принял решение «организовать самостоятельный орган Центропечать, в каковой передать издательское дело всех наркоматов».
В Башкортостане в конце 1919 года и в первой половине 1920 года разрабатываются и утверждаются Положения о наркоматах и госучреждениях молодой республики.
Становление и развитие издательства неразрывно связано с именами таких талантливых представителей башкирской интеллигенции, как Рашит Нигмати, Сагит Агиш, Али Карнай, Баязит Бикбай, Кирей Мэргэн, Акрам Вали, Ханиф Карим, Максуд Сюндюкле, Гайнан Амири, Кадыр Даян, Малих Харис, Хадия Давлетшина, Мустай Карим. Они внесли большой вклад в развитие башкирской литературы и сегодня широко известны в республике и за ее пределами. Большую роль в приобщении башкирских читателей к сокровищницам русской и мировой литературы сыграли переводы, выпущенные издательством.
Среди продукции предприятия – общественно-политическая, художественная, детская, учебно-педагогическая литература, перечень которой пополняется с каждым годом. Помимо печатной продукции, выпускаются и распространяются электронные книги.

Издательство является лауреатом региональных, всероссийских и международных конкурсов.
Башкирское издательство «Китап» имени Зайнаб Биишевой было и остается основной опорой культуры и просвещения Республики Башкортостан. Благодаря высокому качеству и уникальному содержанию, продукция издательства занимает достойное место на книжных полках башкирских и российских читателей. Издательство «Китап» - это жемчужина национального и российского книгоиздания, призванное сохранить и преумножить бесценное литературное наследие народа.
17.10.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика