2018 йылға дини календарь донъя күрҙе

2018 йылға дини календарь донъя күрҙе

    Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә 2018 йылға «Башҡортса дини календарь» нәшер ителде.

    Календарҙың был сығарылышын баҫтырыуға әҙерләгән авторҙар Ҡөрьән аяттарын, хәҙистәр менән бирелгән хөкөмдәрҙе, тәрбиә алымдарын, йола тәртиптәрен аңлатҡанда ғәҙел хәлифәләр, сәхәбәләр, пәйғәмбәребеҙҙән һуң йәшәгән ғалимдар тарафынан яҙып ҡалдырылған хеҙмәттәрҙән табып алған сағыу өлгөләрҙе уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итә.

    Баҫманы «Китап» нәшриәтенең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.

19.06.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика