2018 йылда Салауат Юлаев исемендәге премияға дәғүә иткән әҫәрҙәр билдәле булды

2018 йылда Башҡортостан Республикаһының әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияларына дәғүә иткән әҫәрҙәр билдәле булды.
Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы махсус комиссия мәғлүмәтенә ярашлы, түбәндәге әҫәрҙәр үткән:
1.Әбүзәров Салауат Нәзир улы (Салауат Әбүзәр), Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы. «Ғәмәл дәфтәре: шиғырҙар, поэмалар. — Өфө: Китап, 2017. — 200 бит».
2. Абдуллин Азат Хамат улы, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы. «Һайланма әҫәрҙәр: пьесалар, повестар, публицистика, хаттар һәм сығыштар. — Өфө: Китап, 2016. — 560 бит».
3. Латипов Ғәбделәхәт Шәрип улы, пенсионер. «Риза булып яҙмышыма: шиғырҙар, поэмалар. — Һамар: Китап, 2012. — 315 бит».
4. Ямалетдинов Мәүлитбай Байгилде улы (Мәүлит Ямалетдин), Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы. «Һайланма әҫәрҙәр. 1 том: шиғырҙар, поэмалар. — Өфө: Китап, 2013. — 384 бит». «Һайланма әҫәрҙәр. 2 том: повестар һәм хикәйәләр. — Өфө: Китап, 2017. — 552 бит».
5. Исмәғилева Ләйлә Заһир ҡыҙы (композитор), Рәсәй һәм Башҡортостан Композиторҙар союздары ағзаһы, Башҡортостан Композиторҙар союзы рәйесе, Петров Андрей Борисович (ҡуйыусы-хореограф), «Кремль балеты» театрының художество етәксеһе — баш балетмейстеры (Мәскәү). Ике бүлектәге «Арҡайым» балеты, яңы сәхнә редакцияһы.
6. Ғәйзуллин Рәмил Мәүлит улы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында солист-инструменталист (ҡурай). «Оркестрҙар һәм музыка ҡоралдары ансамблдәренең «Урал ауазы» халыҡ-ара конкурс-фестивале» ижади проекты. 2015-2016 йылдарҙа уҙғарылды.
7. Йыһанов Рәшит Рәхим улы, Башҡортостан һәм Рәсәй Композиторҙар союздары ағзаһы, ур симфоник оркестр өсөн «Симфония № 8 «Салават» Ор. 75 — «Башҡортостан» нәшриәт музыка үҙәге, 2017. — 109 бит.
8. Арыҫланов Рифҡәт Мөхәммәт улы, Башҡортостан һәм Рәсәй Рәссамдар союздары ағзаһы, һынлы сәнғәт өлкәһендә «Салауат күпере» ижади проекты: З.Исмәғлиев һәм Л.Степановтың «Сыңрау торна» балетына сценография (яңы сценографик версияһы — 2017 йыл); — З.Исмәғилевтың «Салауат Юлаев» операһына сценография (операның яңы версияһы — 2016 йыл); — «Сағылыш» циклынан художестволы әҫәрҙәр (һынлы сәнғәт), күргәҙмә 2017 йылда уҙҙы.
Комиссия ойошмаларға, уҡыу йорттарына, ижади йәмәғәтселеккә ошо әҫәрҙәрҙе тикшереүҙә ҡатнашырға саҡыра. Баһаларҙы 2018 йылдың 20 сентябренә тиклем комиссияға ебәреүегеҙҙе һорайбыҙ: 450101, Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46-сы йорт. Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте, 313-сө бүлмә. Белешмәләр өсөн телефон: (347) 280-80-96.

http://www.bashinform.ru/news/1203410-stali-izvestny-proizvedeniya-pretenduyushchie-na-premiyu-im-salavata-yulaeva-v-2018-godu/
04.09.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика