2019 йылға дини календарь нәшер ителде

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте мосолман ҡәрҙәштәребеҙгә Ураҙа байрамына 2019 йылға «Башҡортса дини календарь» сығарҙы.
«Китап» нәшриәте мосолмандар өсөн изге Рамаҙан айында «Башҡортса дини календарь»ҙың 2019 йылға тәғәйенләнгән яңы баҫмаһын уҡыусылар, дин ҡәрҙәштәребеҙ иғтибарына тәҡдим итә. Уны төҙөүсе-авторҙар: Сәләхетдин Хөсәйен улы Суҡбаев, Ғәлиә Ғәли ҡыҙы Ғәлимова, Фирҙәүсә Миңнулла ҡыҙы Бикташева һәм Әлфиә Йәғәфәр ҡыҙы Иликаева. Был баҫмалағы аят, доға һәм сүрәләрҙең ғәрәпсә яҙылышы, транскрипцияһы, дини даталар Башҡортостан мосолмандарының Үҙәкләштерелгән дини ойошмаһы - назаратта рәйес, мөфтөй Нурмөхәммәт хәҙрәт Ниғмәтулла тарафынан әҙерләнгән.
«Башҡортса дини календарь»ҙа ислам тәғлимәте, мосолман байрамдары, ай һәм ҡояшҡа бәйле астрономик мәғлүмәттәр, намаҙ уҡыу ваҡыттары бирелгән, мосолман ай иҫәбе күрһәтелгән. Баҫма халҡыбыҙҙы Исламдың әхлаҡи ҡиммәттәре, дин хөкөмдәре, иман нигеҙҙәре, йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр менән таныштырыу маҡсатында эшләнде.
Китап БР Хөкүмәте менән баҫтырылды.
12000 дана тираж менән донъя күргән календарҙы нәшриәттең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.
***
Мосолман календары буйынса ай башы Ай циклына бәйләнгән, йәғни Айҙың яңы сиреге тыуһа, яңы ай тыуа. Ай циклы 29 көн 12 сәғәт 44 минут 3,8 секунд дауам итә, шуға күрә йоп һанлы айҙарҙа 30 көн, таҡ һанлы айҙарҙа 29 көн. Йыл 354 көндән тора һәм 12 айға бүленә. Кәбисә йылында 355-се көн итеп зөлхизә айы аҙағына бер көн өҫтәлә. Айҙың хәрәкәте Ерҙән күҙәткәндә бик ҡатмарлы. Йыл миҙгеленә, күҙәтеүсенең географик урынана ҡарап, Ай күренергә тейешле көндә «тыумаҫка ла» мөмкин. Шуға ла дини байрамдарҙы төрлө илдә йә бер көн алдан, йә бер көн һуңлап үткәрәләр.

13.06.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика