2019 йылға яңы йыртма календарь донъя күрҙе

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә көндәлек тормошта ҙур ярҙамсы – йыртма «Башҡортостан календары – 2019» донъя күрҙе.
Баҫмала Башҡортостан, Рәсәй һәм донъя тарихында сағылыш тапҡан билдәле ваҡиғалар һәм даталар (бигерәк тә «Башҡортостан Республикаһына 100 йыл», «Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенә 100 йыл», «Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына (1919-2005) 100 йыл», «Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына 100 йыл»), арҙаҡлы фән, йәмәғәт, сәнғәт, әҙәбиәт эшмәкәрҙәренең юбилейы, Ҡояш ҡалҡыу һәм байыу, Ай ҡалҡыу һәм батыу ваҡыттары, дини даталар һәм байрамдар күрһәтелде. Календарь халыҡ мәҡәлдәре, әйтемдәре, һынамыштары, башҡорт шағирҙарының һәм яҙыусыларының шиғырҙары, тапҡыр һүҙҙәре, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр, файҙалы кәңәштәр менән байытылды. Календарҙан шулай уҡ һирәк осраған башҡорт һүҙҙәренең айышын, башҡорт исемдәренең мәғәнәһен, яңы ризыҡтарҙың рецебын, республикала йәшәгән йәнлектәрҙең ҡылыҡтарын белергә мөмкин.
Яңы баҫманы «Китап» нәшриәтенең фирма магазинында һатып алырға була.
22.08.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика