Эй китап

Бөгөн шағир Шәйехзада Бабич тыуған көн. Моңло итеп мандолинала уйнаған, башҡорт халыҡ йырҙарын иҫ киткес матур башҡарған, сатира һәм юмор оҫтаһы булараҡ та билдәле булған шағир, үҙенең ижадында азатлыҡҡа, рух ныҡлығына әйҙәй.

02.01.2022

Ҡөрьән - мосолмандарҙың иң ҡәҙерле, иң изге китабы

Үҙенсәлекле фәнни-фәлсәфәүи һәм хоҡуҡи әһәмиәткә эйә булған был ҡомартҡы Ислам динен тотҡан халыҡтар өсөн генә түгел, бәлки бөтә донъя мәҙәниәтенә һәм мәғрифәтенә бик ҙур йоғонто яһаған, тиңдәше булмаған әҫәр.


Әлеге баҫмала Сәғүд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексы һәм уның хәҙерге башҡорт яңғырашына ярашлы транскрипцияһы һәм башҡортсаға тәржемә бирелгән.
02.01.2022

Яңы йыл менән!

Ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ, китап һөйөүселәр! Яңы 2022 йылдың еребеҙгә аяҡ баҫыуы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ Һеҙҙе! Алдағы йыл шатлыҡлы ваҡиғаларға, һоҡланғыс башланғыстарға, яңы үрҙәргә илтһен! Илебеҙҙә тыныслыҡ, аяҙ күк йөҙө булһын, муллыҡ, ҡорос ныҡлығы, күңел көрлөгө, шатлыҡ-ҡыуаныстар, һәр изге эштәрҙә уңыштар теләйбеҙ. Китап уҡығандың белеме артыр һәм уҡыған ил уңыр, ти халыҡ мәҡәле. Һеҙҙе яңынан-яңы баҫмаларыбыҙ менән һөйөндөрөп торорбоҙ. Китаптан айырылмағыҙ, киләһе йылда ла беҙҙең менән бергә ҡалығыҙ!
01.01.2022

Уважаемые покупатели, читатели и гости города!

  В преддверии новогодних праздников фирменный магазин издательства «Китап» имени Зайнаб Биишевой приглашает вас за подарками. У нас вы найдете подарочные издания, открытки, канцтовары, сувениры и подарки
30.12.2021

Йыл әҫәре

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте уҙып барған йыл дауамында үҙ уҡыусыларын күптән көтөлгән һәм яңы асыш булырҙай китаптары менән һөйөндөрөп торҙо.
Нәшер ителгән баҫмалар араһында билдәле классиктарыбыҙҙың ике китабы - Ноғман Мусиндың "Мәңгелек урман"ы һәм Зәйнәб Биишеваның "Яҡтыға" трилогияһының өсөнсө китабы "Емеш" -  "Башҡортостан" гәзите тарафынан "Йыл әҫәре" тип иғлан ителделәр.
29.12.2021

Тахир и Зухра – юная любовь, которая продлилась вечно

«Тахир и Зухра» ‒ популярное произведение у многих тюркских народов. Первым автором литературной обработки легенды в стихах считается поэт, известный под псевдонимом Сайяди.
27.12.2021

Для школ

Издано учебное пособие для учащихся 8 класса общеобразовательных организаций Республики Башкортостан автора М. А. Бикмеева "Основы духовно-нравственной культуры народов России".
26.12.2021

Учебное пособие

Вышло в свет учебное пособие для учащихся 7 класса общеобразовательных организаций Республики Башкортостан автора М. А. Бикмеева "Основы духовно-нравственной культуры народов России".
25.12.2021

Һөйөнсө!

Төрлө яҙыусыларҙың балалар өсөн шиғырҙары тупланған "Батыр ҡуян" исемле ҡатырға китапты ҡулына алғас, бәләкәстәр, һүрәттәренә иҫе китеп, унда теҙелгән хәрефтәрҙең нимә тураһында булғанын белергә теләр. Күп тә үтмәй, был шиғырҙарҙы һеҙҙең арттан ҡабатлап, ятлап та ҡуйыр.
24.12.2021

Мөғжизә бар

Зөһрә Фәйзуллинаның "Мөғжизәгә ышаныс" хикәйәһенән өҙөк был юлдар. Күптәргә таныш исем. Уның шиғырҙарына яҙылған йырҙар халыҡ араһында онотолмаҫҡа таралды... Авторҙың үҫмерҙәр өсөн нәшер ителгән "Мөғжизәгә ышаныс" исемле йыйынтығы ла  үҙ уҡыусыһын табырына шик юҡ. Был баҫмаға яҙыусының һуңғы йылдарҙа ижад иткән хикәйәләре, пьесалары тупланды.
23.12.2021