Иғтибар - көтөп алынған баҫма

Балалар баҡсаһы тәрбиәселәре, логопедтар һәм ата-әсәйҙәр өсөн шатлыҡлы яңылыҡ:
Э. Ғ. Ҡасимова һәм Д. Р. Баклееваларҙың
"Балаларҙың һөйләү телмәре үҫешен тикшереү альбомы" донъя күрҙе.
Был уҡыу баҫмаһында бәләкәстәр өсөн телде өйрәнеү, әйтелештәге хаталарҙы төҙәтеүгә ярҙам булып, башҡорт алфавитындағы һәр өнгә сағыу, матур, йәнле һүрәттәр бирелгән. Уларға мауыҡҡан баланың өндәрҙе бар тулылығында әйтергә теләге уяныуында шик юҡ.
Был баҫма башҡорт телендә һөйләшкән, телмәр тайпылыштары булған балаларҙың телмәр үҫешен тикшереү өсөн уҡыу йорттары һәм медицина учреждениелары логопедтарына һәм педагогик уҡыу йорттары студенттарына тәғәйенләнә.
05.10.2021

Бөгөн - уҡытыусылар көнө

Хөрмәтле уҡытыусылар, беҙҙең дуҫтарыбыҙ!
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте Һеҙҙе бөгөнгө байрам менән ҡайнар ҡотлай! Яуаплылыҡ һәм даими үҫеш талап ителгән тынғыһыҙ хеҙмәтегеҙҙә яңы үрҙәр, ҡаҙаныштар, ҡыуаныстар, эшегеҙгә юғары баһа, үҙегеҙгә ҡоростай һаулыҡ, күңел тыныслығы һәм бәхет теләйбеҙ!
05.10.2021

Народная медицина у башкир

Народной медициной являются методы оздоровления,
в основе которых лежит использование знаний, умений
и практических навыков по оценке и восстановлению
здоровья. Сюда не относится оказание услуг
оккультно-магического характера, а также
совершение религиозных обрядов.
03.10.2021

Таңсулпан Ғарипова прозаһы

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте үҙенең уҡыусыларына күренекле прозаик, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипованың "Әҫәрҙәр" тип исемләнгән пенталогияһын тәҡдим итә. Йөҙ ҡабат ишеткәнсе, бер тапҡыр уҡып сығығыҙ, проза яратҡан дуҫтарыбыҙ. Таңсулпан Ғарипованың тәрән фәлсәфәүи, тормошсан ижады менән ашыҡмайынса, тәмен белеп кенә танышыу яҡшы.

Ошо баҫмаға эйә булыу өсөн магазиныбыҙға рәхим итегеҙ!
02.10.2021

Выставки-ярмарки в Москве и в Челябинске

Башкирское издательство "Китап" имени Зайнаб Биишевой в сентябре приняло участие сразу в двух выставках-ярмарках всероссийского масштаба. Первое мероприятие - ежегодная Московская международная книжная ярмарка была организована в 5-м павильоне  центрального выставочного комплекса "Экспоцентр".

Одновременно проходила межрегиональная выставка в г. Челябинск -  "Южноуральская книжная ярмарка - 2021".
01.10.2021

Бөгөн - оло йәштәгеләр көнө!

Хөрмәтле дуҫтарыбыҙ, Һеҙҙе ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Киләсәктә аяҙ күк аҫтында һаулыҡҡа туйынып, үҙегеҙгә ҡарата йылы мөғәмәлә тойоп, хәстәрлектә шатланып, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын. Һеҙҙең тормош тәжрибәһе, аҡыл һандығы йәштәр өсөн затлы хазина. Бәхетле һәм кәрәкле булырға, һәр саҡ иғтибар үҙәгендә тормош көтөргә насип итһен!!!
01.10.2021

Новая книга из серии "Выдающиеся личности Башкортостана"

Вышла в свет книга Г. Б. Хусаинова в переводе на русский язык Ф. В. Ахмадиева "Мухаметсалим Уметбаев. Жизнь и творчество." Это издание - третья книга из серии "Выдающиеся личности Башкортостана".
29.09.2021

Уважаемые читатели!

В отрывном календаре на 2022 год, выпущенном в издательстве  «Китап», допущена ошибка из-за компьютерного сбоя.
Издательство приносит свои искренние извинения. В настоящее время ошибка исправлена. Тех, кто приобрел календарь, приглашаем для бесплатной замены на исправленный вариант. Им будет предложена скидка на приобретение книжной продукции издательства.  Обращаться в фирменный магазин «Китап», расположенный по адресу: г. Уфа, пр. Октября, 2.
Телефон для справок: 8-(347)-246-09-55.

Редколлегия издательства
28.09.2021

Йыртма календарь һатып алыусылар иғтибарына!

БР-ҙың Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә 2022 йылға сығарылған йыртма календарҙы әҙерләү процесында техник сәбәптәр арҡаһында хата ебәрелгән.

Нәшриәт үҙенең уҡыусыларынан ғәфү үтенә. Бөгөнгө көндә календарҙың хатаһы төҙәтелгән. Кемдәр был баҫманы һатып алған, уны нәшриәттең фирма магазинында (Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 2) алмаштырып алырға саҡырабыҙ. Был осраҡта ташлама менән китап алыу мөмкинлеге бар.

Бәйләнеш өсөн телефон: 8 - (347) - 246-09-55.

Нәшриәт редколлегияһы
28.09.2021

Йәрминкәләр дауам итә

  Китап һатыуҙан тыш, төрлө оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар һәм дә күренекле авторҙар менән ижади осрашыуҙар ҙа алып барыла. Уларҙа халыҡ теләп ҡатнаша, таныша, үҙ көстәрен һынап ҡарай.
25.09.2021