«Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙ яҙыусылары» китабы һеҙҙе көтә!

  Беҙҙең сайтта Зәйфә Мөфәссир ҡыҙы Цуканованың 2019 йылда донъя кургән «Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙ яҙыусылары» китабы  менән таныша алаһығыҙ.
  Зәйфә Цуканова туплаған әлеге йыйынтыҡта  Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙ яҙыусылары тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт, тормош һәм ижад юлдары хаҡында белешмә бирелгән. Был исемлеккә шулай уҡ  әлеге көндә уңышлы ижад иткән йәш, өмөтлө ҡәләм тибрәтеүселәр ҙә ингән. Бында уларҙың донъя күргән китаптары, әҫәрҙәренең библиографияларынан тыш тәнҡит мәҡәләләре исемлеге лә бар.
  Йыйынтыҡ  ике бүлектән тора. Беренсеһендә Яҙыусылар берлеге ағзалары менән танышырға мөмкин. Китап авторы 130 ижадсы хаҡындағы белешмәне хронологик тәртиптә урынлаштырған.
  Икенсе бүлектә Яҙыусылар һәм журналистар союзында ағза булмаған, әммә Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә китаптары сыҡҡан 195 ижадсы тураһында мәғлүмәт бирелгән һәм ул беренсеһенән айырмалы рәүештә алфавит тәртибендә төҙөлгән.
  Был ҡушымтала ҡатын-ҡыҙ яҙыусыларҙың  тыуған урынын күрһәтеүсе айырым исемлек, дәүләт һәм ҡала, район премиялары исемлеген күрергә мөмкин.
  Был йыйынтыҡ – авторҙың оҙаҡ йылдар эҙләнеү, ҙур тырышлыҡ һәм ихтыяр көсө һөҙөмтәһе.Ул ҡатын-ҡыҙ яҙыусыларҙың  ижадына айырым ихтирам менән ҡарай. З. М. Цуканова уларҙың үҙҙәре менән осрашып, ижадтарын төрлө сығанаҡтарҙан күҙәтеп, бөртөкләп мәғлүмәт туплаған.
  «Башҡотостан ҡатын -ҡыҙ яҙыусылары» белешмәһе  ғалимдар, китапхана хеҙмәткәрҙәре,уҡытыусылар, әҙәбиәт белгестәре һәм  төбәкте өйрәнеүселәр өсөн тәғәйенләнгән.
  Был китапты электрон форматта беҙҙең сайттан һатып алырға мөмкин.
19.03.2020

Возврат к списку