«Әҙәби нағыш» марафоны һөҙөмтәһе

«Әҙәби нағыш» марафоны һөҙөмтәһе

    2015 йылда уҙған «Әҙәби нағыш» марафоны ваҡытында республикабыҙҙың бөтә райондары һәм ҡалаларында тиерлек йәш көстәр барланды, улар өлкән быуын ҡәләм оҫталарынан файҙалы һабаҡ алды. Был йыйынтыҡта марафон барышында «табыш» тип атарлыҡ башҡорт һәм татар телендә ижад итеүсе авторҙарҙың әҫәрҙәре тупланды.

    Китап «Сәсмәүер майҙанында» һәм «Шиғриәт балҡышы» бүлектәренә йыйналған хикәйәләрҙән, юморескаларҙан һәм шиғырҙарҙан тора.

    Төҙөүселәре: Сабир Шәрипов, Лариса Абдуллина, Дамир Шәрәфетдинов.

    Баҫманы «Китап» нәшриәтенең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.

11.01.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика