Әҙәби тәнҡит

       Тимерғәле Килмөхәмәтовтың «Һайланма әҫәрҙәр»ендә (3 том) башҡорт совет әҙәбиәтендә Бөйөк Ватан һуғышы темаһының сағылышы ҡарала, Һәҙиә Дәүләтшинаға, Сәғит Агишҡа, Баязит Бикбайға арналған ижади портреттар килтерелә; әҙәби тәнҡит мәҡәләләре, Ибраһимовтар нәҫеленә, Фән һәм Фәнис Исхаҡовтарға бағышланған очерктар бирелә; Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тормошо һәм ижадына байҡау яһала, башҡорт совет драматургияһының жанр мәсьәләләре, Мостай Кәрим драматургияһының әҙәби-художество сифаттары тикшерелә, башҡорт әҙәбиәтенең милли һыҙаттары өйрәнелә.
      Баҫманы «Китап» нәшриәтенең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.
09.09.2016

Возврат к списку