Әҙәбиәт һөйөүсе үҙ фекерен әйтер

Әҙәбиәт һөйөүсе үҙ фекерен әйтер

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, прозаик Ринат Камал әҫәрҙәре әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Уның “Бәлә”, “Таня-Таңһылыу”, “Ҡасыу”, “Ят бауыр”, “Түңгәк”, “Сабыр йән”, “Әлфирә”, “Килмәк абыҙ”, “Аҡай батыр”, “Көҫәпҡол батыр” кеүек повестары һәм романдары үткәндәге ҡатмарлы хәл-ваҡиғаларҙы, айырым шәхестәр эшмәкәрлеген, халыҡ яҙмышын, замандаштарыбыҙ араһындағы сетерекле мөнәсәбәттәрҙе, заман проблемаларын тәрән психологизм аша ышандырырлыҡ итеп тасуирлауы менән иғтибарҙы йәлеп итә.

   Быйыл әҙип уҡыусылар хөкөмөнә тағы бер яңы әҫәр сығарҙы. Айырым китап булып донъя күргән был роман “Мединститут” эше” тип исемләнгән. Уны автор 2011–2014 йылдарҙа ижад иткән.
   Әҫәрҙә һүрәтләнгән ваҡиғалар үткән быуаттың 70–80-се йылдарына ҡарай һәм Башҡорт дәүләт медицина институты, уның етәкселеге тирәләй ойошҡан. Төп геройҙар – ректор Зыя Ислахов, өлкә комитет секретары Алламоратов, ҡурайсы Ғафуан Алсынбаев, доцент Мазһар Ҡотлояровтар йөҙөндә ҡайһы бер реаль шәхестәр һынландырылған кеүек булһа ла, романды ҡасандыр булып үткән хәл-күренештәр күсермәһе, замандың көҙгөһө тип әйтеп булмай. Бында автор фантазияһы, художестволы уйҙырма ғәйәт ҙур урын тота. “Таня-Таңһылыу” әҫәрендәге кеүек үк, яңы романында әҙип кинәйә, ишара алымдарын киң ҡулланып, милли интеллигенцияның һәм, ғөмүмән, милләттең булмышы, яҙмышы мәсьәләләрен ҡуҙғата.
   Һутлы, бай тел менән яҙылған был әҫәр һис кенә лә битараф ҡалдырмай, төрлө уй-тойғоға тарыта. Хәйер, романды уҡығас, әҙәбиәт һөйөүселәр үҙ фекерен әйтмәй ҡалмаҫ.

Автор: Миңлеғәле НӘҘЕРҒОЛОВ
"Башҡортостан" гәзитенән
26.01.2016

Возврат к списку