Әҙәбиәт һөйөүселәргә

Әҙәбиәт һөйөүселәргә

   Уҡыусылар иғтибарына «Китап» нәшриәтендә донъя күргән яңы әҙәби баҫма тәҡдим ителә. Был китапта өс авторҙың әҫәрҙәре тупланды.

    Фирүзә Абдуллинаның «Йәйғор сатыр» (башҡорт телендә) тип аталған шиғырҙар шәлкемендә ҡатын-ҡыҙ яҙмышы сағылыш таба. Көндәлек тормоштан йәм табып, уның тәмен тойоп йәшәгәндә генә донъяның матурлығын күреп була, ти автор.

   Фиюзә Ғатауллина «Буранда һыналған тәҡдир» (татар телендә) повесында Башҡортостан һәм Татарстандың беренсе нефтселәре хаҡында бәйән итә.

    Бибикамал Шәйҙуллинаның «Шишмә юлы» (рус телендә) исемле шиғырҙар шәлкеме шулай уҡ ҡатын-ҡыҙ яҙмышына арнала, әҫәрҙәр тыуған ергә һәм тәбиғәткә һөйөү менән һуғарылған.

14.07.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика