Үҙенсәлекле шағир

Үҙенсәлекле шағир

    «Китап» нәшриәтендә талантлы шағир Хисмәтулла Юлдашевтың «Һуҡмаҡ» исемле шиғырҙар китабы донъя күрҙе.

    Хисмәтулла Юлдашев бөгөнгө тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәгән шағир. Яҙмышы ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле булғанға күрә яҙғандары бик тормошсан, хатта ҡырыҫ та.

    Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев уның ижады хаҡында былай тип яҙа: «Хисмәт Юлдашев һүҙ эсенә уй йома белә торған шағирҙарҙан. Уның яҙғандары бер уҡыуҙа ғына тулыһынса асылып, аңлашылып бөтмәҫкә лә мөмкин, сөнки шиғырҙар ҡысҡырып тормай йәки ҡапыл шаңғытмай. Уларҙа моң эскә йәшерелгән, подтекст көслө, улар ярым тондарға, нюанстарға, образлы ым-ишараға ҡоролған. Шағир нескә буяуҙар менән, тапҡыр деталдәр менән бик белеп эш итә.

    …Себерҙәге яҙмышы шағир Хисмәт Юлдашевты эшсе итте, ҡулына еңел ҡәләм урынына ауыр тимер тотторҙо. Ләкин ир-егет һынатманы, эшен намыҫ менән алып китте. Ауыр эштә булғанда ла ижадтан айырылманы, Себерҙәге тормош һынауҙары тураһында уйланыуҙарҙан бик һәйбәт шиғырҙар тыуҙы. Уларҙа хәҙерге башҡорт шиғриәтендә уҡыусылар бөтөнләй күрмәгән үҙенсәлекле донъя асылды.

    Шиғриәтебеҙҙә генә түгел, тотош башҡорт әҙәбиәтендә Хисмәт Юлдашев иң беренсе булып Себер темаһын күтәрҙе, тыуған ерҙәренән айырылып, Себерҙә сараһыҙҙан эшләп йөрөүселәр мөхитен күрһәтте».

    Баҫманы «Китап» нәшриәтенең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.


28.06.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика