Ҡәҙерле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәре! Хөрмәтле ватандаштар!

    Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте коллективы һеҙҙе Бөйөк Еңеү байрамы менән ихлас ҡотлай!
    Беҙҙе кешелек тарихындағы иң дәһшәтле, ҡанлы һуғыштан 74 йыл айыра. Йылдар үткән һайын Совет халҡының батырлығының әһәмиәте ни тиклем мөһим булыуын аңлайбыҙ. Бөйөк Еңеү ялҡыны бөгөн дә беҙҙе яңы бейеклектәргә әйҙәй, рухыбыҙҙы нығыта, ауырлыҡтарҙы еңеп алға барырға саҡыра. Ватаныбыҙ һаҡсыларының, тыл хеҙмәткәрҙәренең ҡаһарманлығы бар быуын өсөн юғары әхлаҡи йүнәлеш биреүсе ҙур көс булып һанала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фронтовиктарыбыҙҙың, тыл хеҙмәткәрҙәребеҙҙең сафы йылдан-йыл һирәгәйә. Бөгөн Бөйөк Еңеү байрамы уңайынан уларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Бөйөк Ватан һуғышы барыбыҙға ла ҙур һабаҡ булды. Иң мөһиме - уртаҡ маҡсаты булған ил бер ҡасан да еңелмәйәсәк!
    Һеҙгә тыныс күк йөҙө, ныҡлы һаулыҡ, рух ныҡлығы, именлек һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ.
    Еңеү көнө менән!!!

09.05.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика